– Бер билдәле ир телевизорҙан һөйләп ултыра: кәләшем матур аяҡтары менән йәлеп итте, ти. Һеҙ, аяҡтары шәп, тип кейәү һайлаған ҡыҙҙы күргәнегеҙ бармы?
– Улар барыбер көслөрәк...
– Ир менән бергә эшләйбеҙ. Ҡайтҡас, арыным, тип диванда ятып телевизорҙан футбол йәки бокс ҡарай, ә мин ашарға йүнәтәм, кер йыуырға һалам, иҙәндәрҙе һөртөп алам, балаларҙың дәресен әҙерләшәм...
– Ир кеше – яулап алыусы...
Улар шулай уйлай, әлбиттә. Егет кешене мин оҙон коридор буйлап һәр ишеккә тиерлек шаҡып китеп барыусы итеп күрәм. Бында ҡыҙ һайлай: уны индерергәме, юҡмы?
– Ә һеҙ ни өсөн әлеге тормош иптәшегеҙгә “ишек астығыҙ”?
– Балаларыма һәйбәт атай булырын аңланым. Тик ғүмерлек мөхәббәте тап мин икәнде аңлаһын өсөн байтаҡ тырышлыҡ һалырға тура килде. Кем әйтмешләй, бай принцты көтөп, матур сағыңды үткәрһәң, ярлы студенттан да ҡолаҡ ҡағырһың.
– Феминистарға ҡарашығыҙ?
Ҡатын-ҡыҙ быуаттар буйы хоҡуҡтары сикле килеш йәшәне, шуға күрә тигеҙлек өсөн көрәште аңларға була. Тик миңә, беҙ бер хоҡуҡлы, тип кафела ир-егеттәрҙең үҙҙәре өсөн генә түләүе, һиңә ауыр сумаҙан тоттороп ҡуйыуы, ҡайһы берҙәренең матурлыҡ салондарынан сыҡмауы һ. б. оҡшамай. Һәр нәмәлә сама кәрәк. Бөгөнгө көндә ир-егеттәрҙең йәмғиәттә тотҡан урынын нығыраҡ аңлау дәрәжәһенә еттек, буғай, тап улар илде һаҡлай, ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуя. Һәр ҡатын-ҡыҙ көслө, аҡыллы, үҙен яратыусы, ҡурсалаусы ир-егетте осратыу, бергә балалар тәрбиәләү хыялы менән йәшәй. Бер-берең менән көрәшеп түгел, яратышып йәшәргә кәрәк.
– Байрам алдынан ниндәй уй-хыялдар менән йәшәйһегеҙ?
– Кисә шифоньерҙы асып бер талай ҡарап торҙом: туп-тулы, ә кейергә бер йүнле нәмә таба алмайым. Шифоньер бәләкәй шул, тип көлә ишшеү ир, асыуҙы килтереп.
Йәнә, ябығыр өсөн нәмә генә ашап ҡарарға икән, тим. Йә эс сыға, йә к... тигәндәй. Ултырмаған диета ҡалманы. Ир йыуатҡан була ул, тоторлоҡ ерең бар һинең, ти. Ҡаршы осраған йәш, һомғол ҡыҙҙарға һеләгәйен ағыҙып ҡараһа, тағы йән көйә.
– 8 март байрамына ҡарашығыҙ.
– Минең өсөн ул оҙон ҡыш үтеп, яҙ етеүен хәбәр иткән матур көн. Ҡатын-ҡыҙ күңеле һәр саҡ матурлыҡҡа, мөхәббәткә ынтыла. Был көндә һәр кемебеҙҙе яҡындары сәскәгә, наҙға күмһен, иғтибары менән солғап алһын. Шул уҡ сәскә ҡояш нурында ҡойонһа, һыу һибеп торһаң, даими ҡараһаң ғына һоҡланғыс була бит, ҡатын-ҡыҙ ҙа шулай.
Яуаптарҙы Марат ӘМИНЕВ һоҡланып тыңланы.