Мәскәү һабантуйҙары элек Измайлов паркында үтә торғайны. Сикһеҙ ҙур майҙанда башҡорттар менән татарҙар ғына түгел, баш ҡалабыҙҙа йәшәгән төрлө милләт кешеләре байрам ҡороп, рәхәтләнеп күңел аса ине…
Һабантуйҙың үҙәк трибунаһында, мәскәүҙәрҙе ҡотлап, “Һәнәк таҡмаҡтары”н уҡыным да йәйге эстрада майҙансығына юл тоттом. Мәскәү татарҙары геүләтеп концерт ҡуя унда. Алып барыусыһы – танылған яҙыусы һәм журналист Нәзифә Кәримова. Әйткәндәй, ул — Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең килене. Теҙгенде ҡыҫҡа тота Нәзифә: әртистәрҙе лә сыбыртҡылап ала, тәртәнән сығып киткән тамашасыларҙы ла бик тиҙ урындарына ҡуя.
Һәм бына шунда беренсе тапҡыр “Байрам” эстрада ансамбле йырсыһы Хәниә Фәрхи менән осраштым. Мин уның бер кемдекенә лә оҡшамаған яңғырауыҡлы һәм моңло тауышына күптән ғашиҡ инем, ләкин был юлы уның сығышы ни өсөндөр уңышлы булманы. Мин сәхнә артына килгәс, талапсан Нәзифә:
– Башҡортостан ҡунаҡтары алдында оят… – тип уны ҡыҙҙырып та алды хатта.
Күреп торам, Хәниәгә былай ҙа ҡыйын, борсолоуы йөҙөнә сыҡҡан.
– Әллә ниңә ҡаушаным да ҡуйҙым, – тине ул ғәйепле төҫтә. – Бер ҙә улай булғаны юҡ ине.
Уны йыуатырға тырышып:
– Мәскәүҙә ярай ҙа ул, – тигән булдым. – Башҡортостан менән Татарстанда шәп итеп йырларһың.
Хәниә минең яҡташ икәнемде (беҙ уның менән күрше райондарҙан) белгәс, бөтөнләй асылып китте:
– Башҡортостан һәр саҡ минең күңелемдә, – тине. – Тәтешлемде һағынам.
– Тыуған яҡҡа ҡайтҡылап тораһыңмы?
– Тырышам да ул. Бык йыш тура килмәй шул.
– Ә һин бөтөнләйгә ҡайт Башҡортостанға!
Ул миңә моңһоу ғына ҡараны ла:
– Ҡайтырмын, ахыры, – тине.
Ләкин ҡайтманы…
Бер нисә йыл үткәс, Өфөлә Хәниә үҙенең концертына саҡырҙы.
– Марсель абый, мин бит хәҙер Яр Саллыла йәшәйем. Башҡортостанға ҡайтып етә алманым, юлда урланылар, – тине ул, шаян йылмайып. – Бына ошо егет – Ғәбделхәй исемле.
Мөләйем йөҙлө һиммәтле ир-уҙамандың ҡулын ҡыҫтым:
– Ярай инде, кейәү кеше, фатиха һиңә. Тик, ҡара уны, Хәниәне бәхетле ит!
– Һис шикһеҙ! – тине Ғәбделхәй һәм һүҙендә торҙо.
Хәниә Фәрхи-Биктаһироваға әйләнгәс, талантлы йырсының көр тауышы Башҡортостан менән Татарстанда ғына түгел, илебеҙҙең бик күп төбәктәрендә яңғыраны. Татар һәм башҡорт эстрадаһының иң яҡты бер йондоҙона әүерелде ул. Бигерәк тә ике быуат киҫелешендә уның сағыу ижады шаулап сәскә атты. Юҡ, сәскә атып ҡына ҡалманы, мул емешен бирҙе.
Тап ошо осорҙа – үткән быуаттың 90-сы йылдарында һәм яңы быуат башында – Хәниә ике туғандаш халыҡтың мәшһүр Йырсыһы (был һүҙҙе мин махсус рәүештә баш хәреф менән яҙам) булып танылды. Хәниәнең йыл һайын Өфөгә килеп, тамашасылар менән шығырым тулы ҙур залдарҙа көндәр буйы шаулатып алып барған концерттарын һағынып иҫләргә генә ҡалды хәҙер.Яңы концерт программаһы менән килгәндә, ул мине саҡырмай ҡалманы. Барыһына ла бара алмаһам да, күп тамашаларҙа булдым. Мин һәр ваҡыт Хәниәнең талантына һоҡланып, уның ижади уңыштарына шатланып йәшәнем.
Концерттан һуң, ғәҙәттә, грим бүлмәһендә ул мотлаҡ фекеремде белергә теләне. Сценарий тексы, йыр һүҙҙәре йәки үҙенең сәхнәләге сығышы хаҡында ғына түгел:
– Яңы костюмым нисек? – тип тә һорай ине хатта.
Белә бит инде ул минең тураһын әйткәнемде! Мин уны шаштырып маҡтамайым да, түбәнһетеп тәнҡитләмәйем дә. Ихлас кәңәштәр генә бирәм. Ә уға тап шул кәрәк тә инде.
– Марсель абый, һин һәр саҡ дөрөҫөн әйтәһең. Әрләһәң дә, туғандарса яратып ҡына әрләйһең бит мине, – тип көлә ине.
Бер интервьюһында ул, минең ижадыма бер ҡасан да битараф булмаған Марсель абыйҙың “Хәниә, осоноп китә күрмә” тигәнен иҫемдән сығармайым, тип һөйләгән. Уның исеменә маҡтауҙар самаһыҙ мул яуған мәлдә, ысынлап та, мин уға, данды яулауҙан бигерәк һаҡлауы ауырыраҡ, тип әйткәйнем шул. Бына шуны хәтеренә һеңдереп ҡалдырған икән.
Ә бит ул бер ваҡытта ла үҙен әллә кемгә ҡуйып, танау сөйөп йөрөмәне. Тыйнаҡ булды. Талантының ҡәҙерен ебәрмәне. “Башҡортостандың халыҡ артисы” тигән маҡтаулы исеме булмаһа ла, ул ысын мәғәнәһендә халыҡ йырсыһы ине. Башҡортостан халҡы уны яҡын күреп яратты. Үҙе Башҡортостанды яратҡан кеүек.
Хоҙай Тәғәлә Хәниәгә талантты өйөп биргән. Ул йырсы ла, актриса ла ине. Үҙе музыкант, үҙе конферансье. Шиғырын да яҙҙы, көйөн дә сығарҙы. Автор-башҡарыусы ла, сценарист- режиссер ҙа ине. Сәхнәлә бер үк ваҡытта королева ла, принцесса ла булды. Ул татар һәм башҡорт йырҙарын берҙәй яратып, ҙур оҫталыҡ менән башҡарҙы. Юҡҡа ғынамы ни уны тамашасылар “татар һәм башҡорт эстрадаһының примадоннаһы” тип атаны!
Бер күрешкәндә Хәниә шундай хәбәр һалды:
– Әле мин, Марсель абый, Рәйес Ханнановтың һинең “Көнсөл ир” шиғырыңа яҙған шаян йырын йырлап йөрөйөм.
– “Көнсөл ир” түгел, “Көнсөл ҡатын”! Был шиғыр ир кеше ауыҙынан алып яҙылған, – тип әйткәйнем, Хәниә йылмайып ҡына ҡуйҙы ла:
– Ә мин уның һүҙҙәрен үҙгәртеп, “ир”гә әйләндерҙем, – тине.
Белмәйем, нисек килеп сыҡҡандыр уның “әйләндереүе”, миңә ул йырҙы тыңларға тура килмәне, ләкин, иманым камил, Хәниә ҡулына эләккәс, насар булмағандыр.
Хәниә китап уҡырға ярата ине. Юмор йыйынтыҡтарын үҙе һорап ала торғайны. Мин уға автограф менән байтағын бүләк иттем. Шиғыр китаптарына айырыуса ныҡ шатланды ул. Ҡайһы бер шиғырҙы шунда уҡ уҡып:
– Был бит шаян йыр! Үҙе үк көй һорап тора, – тип әйткәне лә булды.
Беҙҙең ижади мөнәсәбәттәребеҙҙең шуныһы ҡиммәт: мин Хәниәнең уңыштарына ҡыуанһам, ул минекенә шатлана ине. Бер мәл, ижади пландарыбыҙ тураһында һөйләшкәндә, Хәниә былай тине:
– Марсель абый, һин бит көлкө кисәләре үткәреп, бай тәжрибә туплаған кеше. Берәй ҡыҙыҡлы программа төҙөп, әйҙә, сәхнәгә бергәләп сығайыҡ әле.
Дөрөҫөн әйткәндә, минең үҙемдә лә шундайыраҡ уй бар ине барлыҡҡа. Әммә уны бойомға ашырырға иртәрәк әле, тип уйланым. Шуға күрә:
– Әлбиттә, Хәниә, шулай итербеҙ. Бына, пенсияға сығып, “Һәнәк”те йәштәр ҡулына тапшырайым да… – тинем.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ижади проектыбыҙ хыялда ғына тороп ҡалды. Хәниәнең ҡаты ауырыуы ҡамасауланы быға. Үкенесле, әлбиттә, бик үкенесле. Күңелемдәге күпме йылы һүҙҙәрҙе әйтеп бөтөрмәгәнмен уға…
Шулай ҙа Нефтселәр мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә уның Өфөләге меңәрләгән дуҫтары, тамашасылары алдында “мәңгелек мөхәббәт”емде аңлата алдым шикелле. Ҡазанда башҡорт, татар һәм урыҫ телдәрендә сыҡҡан “Мәңгелек мөхәббәт” исемле шиғыр китабымды бүләк итеп:
– Хәниә, мин һинең үҙеңде лә, ижадыңды ла бик яратам! – тинем. – Улай ғына түгел, Ғәбделхәйеңде лә яратам хатта, сөнки ул мине һинең концертыңа бушлай индерә.
2004 йылдың көҙөндә Ҡазан ҡалаһындағы Туҡай клубында минең ижад кисәм булды. Ҡалаға килеп төшкәс тә Ғәбделхәйгә шылтыраттым:
– Гел һеҙ генә тимәгән, мин дә саҡырайым әле үҙегеҙҙе!
Трубканы Хәниә алды.
– Беҙ әле Ҡазанда, Марсель абый, һис һүҙһеҙ киләбеҙ кисәгеҙгә! – тине. – Йырларға түгелдер бит?
– Юҡ. Тыңларға ғына.
Ҡазан зыялылары һәм шунда йәшәгән яҡташтарыбыҙ менән тулы залда нисек күңел асҡаныбыҙҙы һөйләп кенә аңлатыу мөмкин түгел. Вәт, һеҙ уны күрһәгеҙ ине! Кисә барышында мин, тас Хәниәсә итеп, уға һүҙ бирҙем. Бына ул бик ҙур һәм матур гөлләмә тотоп сәхнәгә күтәрелде.
Тамашасылар дәррәү ҡул сапты.
– Йырла, йырла! – тип ҡысҡырҙылар.
Хәниә, ни эшләргә белмәгәндәй, берауыҡ өнһөҙ ҡалды. Уны был ҡыйын хәлдән ҡотҡарыр өсөн:
– Берүк йырлай күрмә! – тинем. – Мин бит бер ҙә һинең концертыңда сәхнәгә менеп йырламайым, һөйләйем генә. Әйҙә, һин дә һөйлә!Тамашасылар көлөштө лә тынып ҡалды. Хәниә иһә минең хаҡта шәп һүҙҙәр әйтеп, гөлләмәһен һондо…
Һүҙ ыңғайында әйтеп үтәйем әле. Минең шундай сәйер, хатта ҡырағай ғәҙәтем бар: ниңәлер сәхнәлә сәскә биреүҙе өнәмәйем. Үҙ ғүмеремдә бер генә кешегә сәскә бүләк иткәнем хәтерҙә – инвалидтар коляскаһында ултырған юбиляр шағирә ине ул. Ә үҙем бер ҡатын-ҡыҙҙың да сәскәһен алманым. Алһам да шунда уҡ икенсе кешегә бирҙем. Тере сәскәләрҙе йәлләйем мин: бик тиҙ шиңә бит улар. Ә бында үҙенең төҫ-башы, буй-һыны менән теләһә ҡайһы ир-атты һуштан яҙҙырып йығырлыҡ Хәниә үҙе сәскә тотоп алдымда баҫып тора! Күп ирҙәрҙең төшөнә лә инмәгән бәхет был.
– Эй, Хәниә! – тинем, көрһөнөп. – Мин бит сәскә алырға ла, бирергә лә яратмайым, ләкин һинең гөлләмәңде рәхмәт уҡый-уҡый тыуған яғыбыҙға алып ҡайтам!
Хәниә сәскәләре, хуш еҫтәрен таратып, бик оҙаҡ бүлмәмде биҙәп торҙо. Ҡара көҙгә лә керҙек, ә улар һаман һулыманы ла һулыманы… Ә бит төптән уйлаһаң, уның үҙ ғүмере лә нәҡ ошо гөлләмә төҫлө булды. Ер йөҙөндә йәшәгән моңло һәр татар, һәр башҡорт күңелендә мәңге шиңмәҫ сәскә кеүек тороп ҡалды ул – Татарстандың халыҡ артисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, ике туғандаш халыҡтың мәшһүр Йырсыһы Хәниә Фәрхи-Биктаһирова.
https://shonkar.com/articles/zatly-zattar/2020-08-06/h-ni-s-sk-l-re-320199