-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Һыңар быйма

(Эсһәң шарап - эшең харап) Мейес йылыһына саҡ иҙерәп йоҡлап киткән Гөлнисә атаһының ҡысҡырып әсәһен әрләгән тауышҡа ҡурҡып уянды. Әсәһен яҡлаша алмағанына, атаһы алдында көсһөҙлөгөнән йөрәге әрнеп ауыртырға кереште... Үҙенән кесе ике ҡустыһы эргәлә карауатта бер нимә белмәй иҙерәп йоҡлайҙар.

Һыңар быйма
Һыңар быйма
«Атай бая ғына өйҙәгеләргә екеренеп йоҡлап киткәйне, тағы уянған” – тип уйланы ул әсенеп. Атаһы балаларҙың арып йоҡоға талғандарын да, инде төн уртаһы еткәнлеген дә иҫәпкә алмай, һаман шашыныуын ғына белде, әйтерһең, ул ер аҡтарып ҡайтҡан да, үҙенә күтәрә алмаҫлыҡ һүҙ әйткәндәр. Ирҙең аҡайған күҙҙәре былай ҙа ҡурҡышынан бөршәйгән ҡатынды быраулауҙан туҡтамай, йоҙроҡҡа йомарланған ҡулдары, әгәр ҡатыны ҡаршы бер һүҙ генә әйтһә, түпә өҫтөндә уйнарға ғына тора.
– Мин бит һиңә бер һауыт хәмер алып ҡуй тип әйттем түгелме, тауыҡ баш? – тип аҡырынды ул. Ҡатыны Нәсимә балаларҙың тауышҡа уяныуҙары мөмкинлегенән дә һәм араҡы таптырып ҡаңғыртҡан ирҙе тынысландырырға була:
– Ҡалған аҡсаға, Бәкер, мин – аҙыҡ-түлек, Гөлнисәгә яңы быймалар алдым, – тине ҡурҡыуҙан ҡалтыранған тауыш менән. Ир исемен күтәреп йөрөгән әҙәм ҡатынына:
– Мин һиңә нимә ҡушҡанды аңламаныңмы ни, аңра баш! – тип, ҡатынға тондороп ебәрҙе. Былай ҙа ябыҡ ҡатын тәгәрәп барып төштө. Шашынған ир, ҡорбанын дөмбәҫләргә ынтылған януарҙай, тағы Нәсимәгә ҡул күтәргәйне, Гөлнисә йүгереп килеп атаһының ҡулына аҫылынды һәм, атай, теймә әсәйгә, һуҡма уға, тип ҡысҡырҙы.
Асыуынан шартлар сиккә еткән Бәкер әсәһен йәлләүҙән һәм тауыштан ҡурҡыуҙан ҡалтыранып торған Гөлнисәгә бер килке ҡарап торҙо ла:
– Ҡайҙа, килтер әле бында быймаларыңды, – тип аҡырҙы. Гөлнисә быймаларҙы әллә нисә тапҡыр кейеп ҡарап, уларҙың матурлығына һоҡланып пары менән бергә ултыртып ҡуйған урындарынан барып алды ла ҡурҡып ҡына атаһының ҡулына килтереп тотторҙо.
– Кем ҡушты һиңә ошо уймаҡтай быйма өсөн аҡса әрәм итергә, тип ҡатыны Нәсимәгә күҙен аҡайтып ҡараны. Ҡатын ҡурҡыуын еңеп, аяғында бөтөнләй бер нимә лә ҡалмаған бит баланың, шуға ғына алдым, тине үҙен – үҙе аҡлағандай.
Хәҙер күрһәтәйем мин һиңә күрмәгәнеңде, икенселәй һорауһыҙ әйбер алып ҡара, тине лә янып торған әшәк эсенә быйманың башта берәүен тыҡты һәм икенсеһен тығам тигәндә генә Гөлнисә бар ҡурҡыуын онотоп быймаға барып йәбеште. Атай, яҡма минең быймаларҙы утҡа, зинһар, яҡма, тип үҙенән үҙе ағып төшкән күҙ йәштәренә ирек бирҙе. Ҡыҙының был ҡылығы былай ҙа асыуынан шартлау сигенә еткән иргә етә генә ҡалды. Ул кинәт һикереп торҙо ла ҡыҙ баланы ҡулынан тотоп һыуыҡ соланға сығарып ебәрҙе, бына хәҙер кей инде йылы быймаларыңды, тип аҡырҙы ул.
Ҡыҙсыҡ ҡурҡыуынан һәм һыуыҡтан бер аҙ ваҡыттан һуң ҡалтырап өшөй башлағас ҡына иҫенә килде. Өшөүҙән уның теше тешкә теймәҫ хәлгә килде, шул саҡ ҡына ул ҡулында мейескә ташланыуҙан һаҡлап алып ҡалынған быймаһы барлығы иҫенә төшөрөп, башта бер аяғына, уныһы йылынғас, икенсеһенә кейҙе.
Өйгә кире инергә Гөлнисә батырлыҡ итмәне, сөнки “атай”исемен йөрөткән ир һаман өй тултырып аҡырына, тулай.
Утыҙ градуслыҡ һыуыҡта соланда, яланғас тороп, түҙер әмәле ҡалмаған ҡыҙ күршеләргә инеп торорға булды, ләкин һалҡын ҡыштың төн уртаһында бала кешенең көсһөҙ генә итеп ҡапҡа һуғыуын да, ҡалтырап өшөүҙән тын ғына илауын да бер кем дә ишетмәне лә, күрмәне лә.
Күршеләрҙең ҡапҡаларын астыра алмаған балаға нисектер йылы, аҙаҡтан эҫе булып китте. Ул яңынан үҙҙәренең соландарына инеп ишекте шым ғына тартып ҡараны, ләкин ҡәбәхәт ата кеше келәне лә элеп ҡуйғайны. Гөлнисә ишек төбөнә сүкәйеп ултырҙы ла йылынып китеүҙән йоҡоға талды.
Бәкер, ҡыҙҙары Гөлнисәне бер сәбәпһеҙҙән соланға сығарып ебәргәндән һуң, баланы кире өйгә керетергә ынтылған ҡатыны Нәсимәгә оло йоҙроғон күрһәтеп һәм этеп төпкө бүлмәгә керетеп ебәргәйне. Нисә тапҡыр баланың артынан сығам тип ынтылған ҡатынды яуыз ир кире төпкө бүлмәгә алып ырғыта торҙо. Һуңынан ҡатыны сыға алмаһын өсөн, урта ишекте тумба менән этәрҙе.
Ниһәйәт, артыҡ шашыныуҙан һәм төнө буйына йоҡламауҙан арыған ир йоҡлап китеү менән, ҡыҙын йәлләүҙән, бер туҡтауһыҙ йөрәге әрнегән һәм һыҙлаған әсә шым ғына тумбаны этәреп коридорға сыҡты ла, келәне һаҡ ҡына ысҡындырып асып, соланға сыҡҡанда, Гөлнисә аяҡтарын ҡосаҡлап ултырған килеш шыҡырайып туңып йән биргәйне...
Гөлнисәне һуңғы юлға оҙатырға бөтә ауыл килде. Меҫкен баланы йәлләүҙән ауыл халҡының йөрәге әрнене. Имәндәй ирҙәрҙең йоҙроҡтары үҙенән – үҙе йомарланды, ләкин араларында Бәкер күренмәне. Ҡыҙ балаһы туңып үлгән көндө үк, уны ҡулға алдылар. Уға енәйәт эше ҡуҙғатылды.
Үҙ тамағына хужа була алмай, араҡы ҡолона әйләнеп, ғаилә ағзаларын ҡан илатҡан һәм үҙ балаһын ҡәбергә тыҡҡан ирҙең, теге донъяға китер алдынан, был тормошта ла тамуҡ утында яныуҙары әле алда ине...
 
Әнисә ФӘРРӘХОВА.
Автор:
Читайте нас: