-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҡәлдәр тарихынан
16 Октябрь 2023, 14:00

Әсәйҙәрҙе ауылынан айырмаҫҡа тырышырға кәрәк тә бит...

Эльвира Әсәҙуллина үҙенең сәхифәһендә әсәһе хаҡында бик матур хәтирә яҙған. Уҡып, тәьҫоратланып алайыҡ әле, дуҫтар! Әсәй, тиһәм, һыйыр күҙ алдына килеп баҫа. Һыйыр, тиһәм, әсәй күҙ алдына килә. Маяковский кеүек әйткәндә.Ысынлап та шулай ине бит ул элек. Һәр хәлдә минең өсөн. Иртән тороп, кис ятып киткәнсе шул һыйыр менән була. Һауа, сығарып ебәрә (көтөү тигән нәмә юҡ бит инде), һөтөн йылыта, ҡаймаҡ бора, сепарат һөтөн ҡайнатып ойота... Кискә табан быҙауы ҡушылмаһын, тип һағалап торор кәрәк. Ҡайсаҡ ҡайтмай ыҙалата әле ул. Таң менән әллә ҡайҙан горн ҡысҡыртҡан кеүек баҡырып ҡайта. Ҡайтмай, урманға эҙләргә сыҡҡан ваҡыттар ҙа була.

Әсәйҙәрҙе ауылынан айырмаҫҡа тырышырға кәрәк тә бит...
Әсәйҙәрҙе ауылынан айырмаҫҡа тырышырға кәрәк тә бит...

*Һыйыр, һәүкәштәрҙең төрлөһө булды инде үҫкәндә. Мин бәләкәй саҡта ҡара һыйырыбыҙ бар ине. Нишләптер бер ҡыш сусҡа аҫыраны бит атай менән әсәй. Килешмәне ул беҙгә, шул йылды ҡара һыйырыбыҙ үлде. Күпме һөтөн, ойотҡанын эстек, ҡоротон, майын ашаныҡ. Ҡаймағын ашаныҡ, тип ауыҙ тултырып әйтә алмайым инде. Эскә тейә, тип әсәй бик ашатманы. Гел һары ғына май итеп тасҡап ҡуя торғайны.
*Иң һуңғы һыйырыбыҙ эре һөйәкле, һимеҙ булды. Уҫал, һауҙырмай ыҙалата, һөтө ул тиклем күп тә түгел. Беҙҙә бит тәүҙә быҙауҙы имеҙеп, эйҙереп алалар, шунан уны бәйләп ҡуйып һауалар. Әсәһе ялап тора. Ҡайһы бер һыйыр быға риза булмай, он ҡатнаштырып ем һалырға тура килә. Ялан яғындағы кеүек тыуғас та айырмайҙар быҙауҙы. Безәүкәйҙең муйынында гел генә ҡыҙыл яулыҡ булыр ине. Күҙ теймәһен, тип инде. Әсәй беҙгә лә ҡыҙыл кейем кейегеҙ күҙһенмәҫкә, ти торғайны ул. Уҡырға төшмәҫ борон ҡыҙылға ваҡ ҡына аҡ төрткө төшкән бәрхәт күлдәк алып биргәнен иҫләйем. Уууй, ул күлдәәк, яңы еҫе сығып ҡына тора, яғаһы бар, арттан төймәле, бик матур ине. Ныҡ иҫтә ҡалған.
*Һыйыр тураһында яҙа инем бит әле. Шул һимеҙ һыйырын буйвол тип тә әйтә торғайнылар. Иң әсеһе ҡартайғас шул малҡайынан айырылыу булғандыр әсәйгә. Нисәмә йыл һауҙы, уға тип бесән эшләне, аҙаҡтан бесәнгә йөрөмәй башлағас, нисәмә тюк һатып алды. Атай бер йылды бүтән бесән эшләмәйбеҙ, тине лә ҡуйҙы, һаулығы бөткәс. Аҙаҡ әсәй яңғыҙ ҡалғас, бөтә йыуанысы шул һыйыры булғандыр инде. Иптәш тә. Иң яҡын тере зат. Беҙ, бөтә балалары ла алыҫта, үҙебеҙ менән генә алып китер инек, оло кешене ғүмер буйы торған ауылынан, өйөнән айырып алып китеүе бик ҡыйын бит. Шулай ҙа һаулығы ҡаҡшағас, малын бөтөрөп, ай-вайына ҡуймай әпкитергә ҡарар иттек. Буйвол кеүек ҡыҙыл һыйырын ни эшләтергә? Иң һәйбәте күрһәтмәй генә тере килеш берәй машинаға ғына баҫтырып ебәреү ҙә бит. Ул һатып алыусыһы кәрәк саҡта ғына буламы һуң әле?.. Һуйырға булдылар. Тәҙрәнән күҙен алмаған хужабикәһе күреп ҡалған шул, аһ, тип ултыра төшкән, быны апай куреп торған. Нисәмә йылдар аҫыраған һыйыры өсөн йөрәге әрнегәндер инде, әммә ҡалайтһын... Шулаай, һау саҡтар, гөрләтеп донъя көтөр, дөбөрҙәтеп һыйыр һауыр саҡтар алыҫта ҡалған ине шул.
Әсәйҙе ул аҙнала алып китмәнек. Телефон бар ине, үҙе менән дә, туғаныраҡ кешеләр менән дә һөйләшеп, хәлен белеп торҙоҡ. Әммә интернетта күреп ҡалған бер фото бөтәһен дә тиҙ арала хәл итте: юҡ, әпкитер кәрәк, ошо аҙнала уҡ ҡайтып алырға. Фотола бер үҙе генә ҡалған әбей япа-яңғыҙ мәңгелеккә китеп барған кеүек тойолдо.
Әсәйҙе алдан әҙерәк әҙерләнек инде, Уфаға китәңме, тип ҡылын тартып ҡараныҡ. Ыңғайланы. Алып киткәндә күршеләр оҙатып ҡалды, әсәй хәйер таратты, шулай, риза булып, яҙмышына күнеп, ауылдан сығып китте. Ярай, Алла бирһә, яҙ етеп, ҡара ергә аяҡ баҫҡас та кире ауылға алып ҡайтырбыҙ, тинек. Ысынлап та, тәүге йылы апҡайттыҡ. Аҙаҡтан йөрөтмәнек. Бүздәктә биш йыллап иң оло балаһы, апайыбыҙ менән торҙолар.
Көҙ көнө алып киткәйнек, биш йыл үткәс көҙ көнө мәңгелеккә алып ҡайттыҡ әсәйҙе, быға ла хәҙер өс йыл булып килә...
Мөмкин булһа әсәйҙәрҙе ауылынан айырмаҫҡа тырышырға кәрәк тә бит. Күп ғаиләләрҙең балалары эркелешеп ҡалаға китә шул.
Үҙ йортон, ауылын һинең ялтлап торған донъяңа алмаштырыуы бик ҡыйын оло кешегә...

Фото: Э.Әсәҙуллинаның сәхифәһенән.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: