– Бының өсөн аҡса кәрәк!
– Күпме?
– Ике йөҙ мең! – таныш булмаған тауыш ҡәтғи белдерҙе. – Аҡсағыҙҙы әҙерләгеҙ – хәҙер беҙҙең кеше барып етер! Был шылтыратыу тураһында бер кемгә лә әйтмәгеҙ, юҡһа ейәнегеҙҙең башы төрмәлә серер!
– Өйҙә минең был тиклем аҡса юҡ, – Мәрйәм әбей һулҡылдап иланы. – Банкыға барырға кәрәк, ә ул ҡаланың икенсе башында.
– Урамға сығығыҙ, өйөгөҙгә көмөш “Жигули” килер, ҡайҙа кәрәк, шунда алып барырҙар. Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: бер кемгә бер һүҙ әйтмәҫкә! Юҡһа, ейәнегеҙ...
Ярты ҡаланы үтеп, банк янында туҡтағас, водитель бармаҡтарын ирененә баҫты. Яуап итеп, Мәрйәм әбей ҙә шулайтты. Ярты сәғәттән урап килде.
– Пластик картаның пин-кодын онотҡанмын, – ул ауыр һуланы. – Дачаға барып килергә кәрәк – ул унда, дәфтәргә яҙылған...
Ҡаланан 30 саҡрым алыҫлыҡтағы дачанан Мәрйәм әбей ике сумка картуф, бер кәрзин һуған күтәреп сыҡты.
– Багажникка һал да киттек! – тине эшһеҙлектән интеккән егеткә.
– Ә банк? – теге ҡабатлап һораны.
– Өйгә! – тип ашыҡтырҙы Мәрйәм әбей. – Банкыға картуф менән бара алмайым да баһа?! Юлда супермаркет янында туҡта, икмәк менән һөт алырға кәрәк...
Шофер сырайын һытты, әммә өндәшмәне. Ҡараңғы төштө. Егет борсолдо, ә әбей үҙен тыныс тотто.
– Эшһеҙлектән интегеп ултырғансы, ҡарсыҡҡа ярҙам итер инең, – тине ул, машинанан төшкәс.
Ике ҡулына ике сумка тотҡан алдаҡсы уның артынан бишенсе ҡатҡа күтәрелде. Ә унда уны полиция формаһындағы егеттәр дүрт күҙ менән көтә ине.
– Ә ейән?! – шофер юғалып ҡалды.
– Минең ейәнем сит илдә уҡый, – әбей тыныс ҡына яуапланы. – Ҡорбанлы юл-транспорт ваҡиғаһын үҙегеҙ уйлап сығарғанһығыҙ. Беҙҙең тинләп йыйған аҡсаны ҡайырып алыр өсөн. Ниәтегеҙҙе шунда уҡ аңланым!
– Улайһа, ни өсөн банкыға барҙыҡ һуң?
– Фатирға, телефонға аҡса түләргә кәрәк тә баһа.
– Дачаға?
– Картуф менән һуғанды алып ҡайтырға ҡайҙан транспорт табырға икән тип, аптырап ултыра инем. Шылтыратыуығыҙ бик шәп булды әле. Бер эштән ҡотолдом. – Мәрйәм әбей хәбәрен һөйләп бөткәс, полицейскийҙарға бойорҙо:
– Алып китегеҙ! – Аҡсаға ымһынып көнө буйы үҙен йөрөткән егетте лә онотманы. – Мин һиңә бесәйле әбей түгел, ә отставкалағы полиция майоры!