+8 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Сентябрь 2021, 10:05

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА МӘСКӘҮ ТИГӘН БАШ ҠАЛА... ПОВЕСТЬ Дүртенсе өлөш

Тышҡа сыҡҡас, тын ғына атлап киттеләр. Һалҡын һауа тынды ҡура, ә эстә, йөрәкте, тышҡа бөркөлөп барғандай, ялҡын язалай. Шул ғазапты баҫырға теләп, ҡыҙ һүҙ башланы: – Ике йыл элек... шулай уҡ көҙ күрешкәйнек шикелле... – Эйе, көҙ. Ун дүртенсе октябрь, йома көнө ине. – Ҡалай... хәтерләйһең...

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА МӘСКӘҮ ТИГӘН БАШ ҠАЛА... ПОВЕСТЬ Дүртенсе өлөш
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА МӘСКӘҮ ТИГӘН БАШ ҠАЛА... ПОВЕСТЬ Дүртенсе өлөш

  – Әлбиттә, хәтерләйем. Нимә тип һөйләшкәнебеҙҙе лә, хатта һинең өҫтөңдәге кейемеңә тиклем иҫемдә. Ҡара юбкала, алһыу кофтала инең. Туфлийыңдың башында бантик кеүек биҙәге бар ине. Сәсең берҙән үрелгән һәм осонда резинка, унда еләк сәскәһе беркетелгәйне.

  – Юғалдың үҙең...

  – Юғалдым, сөнки хәлдәр шулай булып китте, Зөлфиә. Бая Ғәйниә апай барыһын һөйләп бөттө инде. Әсәй үлеп китте... Миңә ҡайтырға тура килде.

  – Шуны миңә әйтеп булманымы һуң? Хат аша булһа ла хәбәр итергә? – был һүҙҙәрен үтә лә бер һыҡраныу, һыҙланыу аша һығып сығарҙы ҡыҙ. Егет тә быны аңғарҙы, тынысландырырға теләгәндәй усы менән арҡаһына ҡағыла биреп алды.

  – Башта мин ныҡ ҡайғырҙым... Күтәрә алмаҫ һымаҡ инем... Ҡусты менән һеңлене йәлләп, әсәйҙе йәлләп... төндәрен һарайға сығып, бәләкәй балалай үкереп илаған саҡтарым күп булды. Һөйләүе лә оят инде... Ундай хәлдә мин ниндәй ҡыҙға кәрәк була алам?

  – Мин һине аңлар инем!

  – Унан... шул тиклем мәшәҡәттәр күбәйҙе... Балалар буйынса ҡағыҙҙар йүнләү, уларҙың уҡыуы... мал, донъя, йорт... эшкә төштөм... Беренсе йыл академ алғайным, быйыл уҡыуҙы дауам итәм.

  Һөйләшә барып клубҡа ла килеп еттеләр. Эстән күңелле көй яңғырай, болдорҙа тәмәке көйрәткәндәр ҙә бар. Юл ситендә туҡтап ҡалдылар. Икеһенең дә унда инеп бергәлек рәхәтлегенән яҙғыһы килмәй ине.

  – Керәбеҙме? – тине егет шулай ҙа.

  – Әллә... – Зөлфиә лә икеләнде, – Минең бында килгәнем юҡ.

  – Ауыл егеттәре бейергә саҡырманымы әле? Нисек улай? – тип шаяртып та маташты Рамаҙан. Әммә Зөлфиә уға ҡушылманы, шаярыу ҡайғыһы юҡ ине ҡыҙҙа.

  – Әйҙә, инмәйек, – тине ул клуб тәҙрәләренә ҡарап тора торғас, – йөрөп киләйек.

  – Әйҙә. Өшөмәнеңме?

  – Ҡайҙан? Тундраға барғандай кейендерҙеләр.

  Ҡайҙа уты бар, ҡайҙа юҡ булған ярым-ҡараңғы урамдар буйлап атлай бирҙеләр, атлай бирҙеләр. Ҡайһы бер ихталарҙан эттәр шәпләнеп өрөп сыҡты ла, әзмәүерҙәй ир-егетте күреп шып туҡтап ҡалды, унан тәртип өсөн тағы бер-ике ләүкелдәгәс, ҡойроҡ ҡыҫып инеп китеү яғын ҡараны. Шулай ҙа Зөлфиәне ҡурҡытырға эшкинделәр, ул йәһәтләп егеттең беләгенә йәбеште. Бер шулай һырынғанында тегеһе уны етәкләп алды. Бейәләй аша булһа ла, ҙур устарҙың рәхәт йылылығын тойоп, бәхеттең ошолай була икәненә инанып барған көнө, дөрөҫөрәге төнө ине Зөлфиәнең.

  Рамаҙан эше, ауыл халҡы, улар менән булған ҡыҙыҡлы хәлдәр тураһында һөйләне. Шундай ябай, хатта үтә ябай ине уның хәбәрҙәре. Шул уҡ ваҡытта ихлас та, көлкөлө лә. Йәш зоотехниктың тәүге эш йылында булған мажаралары, ауырлыҡтары, һынауҙары үҙҙәре бер тормош юлындай ине. Ә Зөлфиә уларҙы таңға тиклем тыңлап йөрөргә лә риза, тик Рамаҙан ғына тынмаһын ла, китеп юғалып ҡуймаһын.

  Урамдарҙы урап йөрөй торғас, ҡабаттан Ғәйниә апайҙың йорто янына килеп сыҡтылар. Унда күптән ут юҡ. Ут, бер ҡарап үткәндәрендә, инде клубта ла юҡ ине. Бөтөн ауыл тәрән татлы йоҡола. Ауыл ғына түгел, тәбиғәт үҙе ҡышҡы йоҡоһона батҡан, ҡар юрғанын ғына көтөп ята.

  – Һин... ҡайҙа йоҡлайһың ул бөгөн? – тип һорап ҡуйҙы ҡыҙ, ҡапҡа төбөндә егет уны туҡтатҡас.

  – Ҡайтам. Миңә бит иртәгә эшкә.

  – Нисек ҡайтаһың? Төндә!

  – Ат менән. Ат һарайында ҡалдырҙым, йылыла тороп торһон, тинем.

  – Ҡараңғыла ат күрмәйҙер ул... Әллә фонарең бармы?

  Был һорауҙан Рамаҙан рәхәтләнеп көлөп алды. Ҡыҙҙы ҡармап ҡосаҡлап, бәүелтә-бәүелтә көлдө. Шундай рәхәт булды ҡыҙға. Ғашиҡтарса түгел, ә дуҫтарса, хатта баланы ҡосҡан кеүек кенә ҡыланһа ла, шундай татлы ине ул ҡосаҡ.

  – Ат юлын белә, ул унан көндә үк булмаһа ла, аҙнаһына бер өстө үтеп тора. Мин был ауыл фермаһының да малын ҡарайым, килеп торам. Көҙ юлдар бигерәк алама, шуға ат менән йөрөү яйлыраҡ.

  – Ә һиңә... һиңә минең бында икәнде кем әйтте? – Зөлфиәнең егетте ебәргеһе килмәй, шуға ниндәй булһа ла һорау бирә лә ҡуя. Моғайын, бер аңра ғына ҡыҙ булып күренәлер инде, әммә үҙенә лә, теленә лә хужа була алмай инде.

  – Был яҡта ауылдарға сит ҡыҙҙар эшкә килһә, хәбәр шундуҡ бөтә яҡҡа ла тарала. Бигерәк тә егеттәр араһында. Миңә лә мәктәпкә килгән ҡыҙҙар хаҡында ла һәм кантораға килгән практикант тураһында ла мәғлүмәт биргәйнеләр инде. Бер уйындарына барып ҡыҙҙарын күрермен тимен дә, көндәр үтеп тик тора. Кисә совхоз директоры менән һөйләшеп торабыҙ ҙа, ул мал аҙығы буйынса хисапты беҙҙең йәш ҡыҙ Зөлфиә эшләп бирер тигәс, ҡапыл тертләп киттем. Ни эшләптер тап һиндер, тип уйланым һәм ҡайҙа йәшәгәнеңде һорашып килдем. Баҡ тиһәң, һин минең апайҙа уҡ икән. Бына бәхет!

  – Ә мин килеп ингәс, һине күреп саҡ артыма ҡоламаным.

  – Ни өсөн, Зөлфиә? Минән шулай ҡурҡтыңмы ни?

  – Юҡ та... Мин һине... ҡасандыр бик көткәйнем. Ә хәҙер... өмөт өҙгәйнем ине.

  – Мине көткәйнеңме, Зөлфиә? Минеме? – егет яҡын уҡ килеп устарым менән ҡыҙҙың ике битенән тотоп эйәген күтәртте, – Һин мине уйланыңмы?

  – Эйе...

  Рамаҙан уны тағы ла ҡармап ҡосаҡланы ла, ебәрмәй тора бирҙе. Бушата биреп йөҙөнә эйелеп ҡарап алды ла, тағы ла һыға ҡосоп күкрәгенә ҡыҫты. Шулай бер-береһенә һеңеп оҙаҡ ҡына торҙолар. Был ваҡытта һүҙҙәр артыҡ ине. Ҡалын кейем эстәренән йөрәк тибештәре генә тыпылдап ишетелеп торҙо. Ул йөрәктәр шул тиклем ярһып тибә, шул тиклем сығырынан-сығып ҡан ҡыуа ине, хатта эйәләренең башы эйләнде. Ә ваҡыт тигәнең йөрәк хәлен аңламай, ул текелдәп үҙ мәлен ҡыуа ғына.

  – Ярай, Зөлфиә, һин инеп ят. Мин китәйем инде. Әгәр риза булһаң, иртәгә лә киләм. Ә?

  – Ярай. Мин һине көтөрмөн.

  – Бар, матурым, мин ҡарап торғанда йүгер. Хәйерле төн.

  – Хәйерле төн. Иртәгәгә тиклем! – Ғәйниә апай солан утын һүндермәй ҡалдырған, уны уйлағандыр инде. Зөлфиә ҡабаланып инеп ишекте элде лә, ҡараңғыла сисенмәгән дә килеш ултырып ҡалды. Урғып килеп баҫып, башынан аша ҡойған хистәренән арына алмай, һаман шулар шауҡымында илереүе ине. Рамаҙан бит уны онотмаған! Уны уйлаған! Эҙләп килгән!.. Шулай уҡ кешенең тормошо ҡапыл үҙгәрә ала микән ни? Кинолағы кеүек хәлдәр була аламы?

  – Зөлфиә?

  Аһ? Ғәйниә апай йоҡамаған икән дә һаң...

  – Оҙаҡ ултырырға уйлайһыңмы унда? Әллә ултырып йоҡлап киттеңме шул, тием?

  – Юҡ-юҡ... ятам-ятам, – үҙе шым ғына сисенеп, урын йәйеп ятып йөрөй, үҙе һығылып көлә ҡыҙ. Иртәгә ошо хәлде Рамаҙанға ла һөйләп көлдөрөр әле. Рамаҙанға! Уның хәҙер хәлдәрен һөйләр, хәлен белгеһе килер кешеһе бар. Ул – Рамаҙан. Бығаса барыһынан да, хатта иң яҡын ҡыҙҙарынан да йәшергән тойғоларын әйтә алыр, күңеленең иң төпкө серҙәрен дә тартып сығара белер йән бит ул Рамаҙан. Рамаҙаны, уның Рамаҙаны... Бөтөн ваҡиғалар ағымы, моғайын, бына ошо уйҙарҙан, ошо бәхетле мәлдән башланғандыр был тарихта.

 

Дауамы бар.

–––––––––––––––––––

Дуҫтар! Көн һайын яңы әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Автор:Миләүшә Ҡаһарманова
Читайте нас: