-20 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Октябрь 2021, 15:31

ҠЫҘЫЛ ӘТӘС Юмореска

Бҽр заман шулай тауыҡтарыбыҙ "етем" ҡалды. Әтәсҽбҽҙ, нимәлҽр ашап, мәрхүм булып ҡуйҙы. Ә тауыҡтарыбыҙ тауыҡ ишҽ гҽнәмҽ? Ниндәйҙҽр рәссамдың ижад ҽмҽшҽләйҙәр! Түбәләрҽндә – татар ҡыҙҙарыныҡындай ҡалфаҡ. Атлаған ыңғайы ике яҡҡа йәтеш итеп бәүелеп-сайҡалып йөрөгәндәйҙәр. Боттарындағы йөндәре ҡабарып торған ыштан һымаҡ күренә. Тауыҡ түгҽл, кәртинкәләр индҽ. Инәйҽм шул тауыҡтарын эй яратты. Әтәсҽ үлҽп киткәс, һамаҡлап йөрөп көйөндө:

ҠЫҘЫЛ ӘТӘС Юмореска
ҠЫҘЫЛ ӘТӘС Юмореска

 – Таүыҡтарым таралып ҡына бөтәр индҽ, нимәһҽнә бынау әтәсҽнә үлҽп ятырға? – тип, үлгән әтәсҽнә лә өлөш сығарҙы.

Шулай ҡайғырышып йөрөй торғас, ҡайҙандыр бҽр ҡыҙыл әтәс алып ҡайтып, тауыҡтарына ҡушып ҽбәрҙҽ инәйҽм. Әтәсһҽҙ зар-интизар булған тауыҡтарыбыҙ яңы әтәстҽ өрмәгән ергә ултыртманы. Емдҽң иң тәмлҽһҽ, ҡорттоң иң һимҽҙҽ мҽнән гҽнә һыйларға тырыштылар. Алып ҡайтҡанда сәлгән, йолҡош ҡына әтәсҽбҽҙ һимҽрҽп, йөндәрҽ ҡояш нурында ялтырап, үҙе ҙурайып, матурайып киттем. Тауышы ла көрәйҙе, атлап йөрөүҙәрҽ лә һалмаҡланды. Настоящий ир ҡорона инеп алды был! Тик... аҙып та китте... Үҙҽбҽҙҙҽң тауыҡтарҙы ғына хушһынмай башланы был. Иртән тора ла юҡ була, тора ла сығып китә. Бер мәл бөтөнләй саманан сыҡты. Төш мәлендәрәк, күршҽнҽң икҽ тауығын эйәртҽп ҡайтты хәҙер. Бҽҙҙҽң матур тауыҡтарыбыҙҙы пырҙатып ҡыуып ҽбәрҽп, тҽгҽ күршҽнҽң икҽ хәстрүш кҽнә тауығын ҽм мҽнән һыйлай. Килеп тороп яндарында бейеп йөрөп,  йырлай-йырлай һыйлай. Ара тирә, көслө тауышы мҽнән "Киикирикүүүүүк" тип ҡысҡырып та ала. Бик ғәрләндек... үҙебеҙҙең тауыҡтар өсөн. Тик был хәл ҡат-ҡат ҡабатланды һәм, ахыр тамам сабырлыҡ һынып, әтәстең... кәстрүлгә төшөп ятыуы менән бөттө. Үҙе аҙғын булһа ла, һурпаһы тәмле булды былай.

Рәйсә ҒӘЛЛӘМОВА

Автор:Админ
Читайте нас в