+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Ноябрь 2021, 15:00

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ БӘХЕТ ЭРГӘЛӘ ГЕНӘ ИНЕ Дүртенсе бүлек Хикәйә

Төшкө аш ваҡытында һаҡ начальнигы Зубровский Сәғир эргәһенә килеп: “Сәғәт өстә һеҙҙең янға егерме минутҡа инергә мөмкинме?” – тип ҡабул итеүен һораны.– Әлбиттә, әлбиттә. Ҡыуанып ҡабул итәсәкмен, – тине Сәғир.Полковниктың күҙҙәренә ҡарап: “Һин генә ҡалғайның. Башҡа эшең юҡмы ни? ” – тип әйтеп булмай бит инде.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ БӘХЕТ ЭРГӘЛӘ ГЕНӘ ИНЕ Дүртенсе бүлек Хикәйә
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ БӘХЕТ ЭРГӘЛӘ ГЕНӘ ИНЕ Дүртенсе бүлек Хикәйә
Кабинетына инеүгә, йылдың тамамланыуына күҙаллауҙар килтереп һалдылар. Компания уңышлы һәм табышлы эшләй. Финанс күрһәткестәре лә шул хаҡта һөйләй. Йыл йомғаҡтары буйынса премия ла быйыл мул ғына булмаҡсы. Ашығыс эштәрҙе хәл итеүгә, Зубровский үҙе лә килеп инде.
– Һеҙ ҡала ситендәге йортоғоҙға персонал ҡабул иткәндә мотлаҡ беҙҙең менән кәңәшләшергә тейешһегеҙ, – тип башланы һүҙен отставкалағы полковник. Беренсенән, президенттың ғаилә ағзалары йәшәгән йорттарҙа хеҙмәтләндереүселәр беҙҙең аша ғына ҡабул ителә. Был тиҙ эшләнә торған эш түгел. Беҙ белешмәләр йыябыҙ,
Элек ҡайҙа эшләгәндәрен барлайбыҙ. Шулай уҡ, финанстар өсөн яуап биреүсе, һеҙ булаһығыҙ инде, Сәғир Низамович, даими беҙҙең ҡурсалау шарттарында йәшәй.
Сәғиргә бит бөгөн иртән хеҙмәткәрҙәр ҡабул итеү мәсьәләһен хәл итергә ҡушылғайны, ә ул бер нимә лә эшләмәне. Хәҙер Анжелла ярай ҙа миңә генә шылтыратһа. Атаһына шылтырата башлаһа, әсәһенә хәбәр итһә, эш харап.
Ул арала булмай, кеҫә телефоны телгә килде һәм Анжелла Радионовнаның шылтыратыуы билдәле булды.
– Һин, ҡәҙерлем, беҙҙе оноттоң! – тип башланы ул иламһырап. – Беҙ – иртәнән бирле ашамаған. Бында что за бардак? Йыйыштырыусы, аш бешереүсе, гардеробты хеҙмәтләндереүсе лә юҡ. Әгәр донъяң әҙер түгел икән, һин беҙҙе бында нимәгә килтерҙең? Юғиһә, мин хәҙер атайыма ҡайтып китәм. Ә ул кис минән һораһа, мин нимә тип яуап бирәм?
– Ҡәҙерлем, Анжелла, мөхәббәтем минең! – тип йылы һүҙҙәрен йәлләмәне Сәғир. Әгәр һин атайыңа хәбәр итһәң, миңә бик ҡыйынға тура киләсәк. Икенсенән, президенттың кәйефен боҙғом килмәй. Һин уға өндәшмә. Бына беҙ шул мәсьәләләрҙе хәл итеп ултырабыҙ. Бөгөн-иртәгә һиндә ашнаҡсы һәм йыйыштырыусы буласаҡ.
Сәғир эстән генә үҙе баш вата. Быға тиклем Зифа менән икәү генә йәшәнеләр. Ул бөтәһенә лә өлгөрә торғайны. Ашы бешкән, өйө йыйыштырылған, баҡсаһы ҡаралған. Теге дворник ағай кем әле... Нурғәле булды шикелле, ул һепереп, ҡар көрәп кенә тора ине. Сәғир полковникка мөлдөрәп ҡарап:
– Бөгөн миңә иң кәмендә ике кеше – ашнаҡсы һәм йыйыштырыусы – кәрәк, – тип талап ҡуйҙы.
– Был мөмкин түгел! – тине полковник. Кешеһен табырбыҙ, тик берәү ҙә, һин беҙҙәге бюрократияны беләһең, бер нисә көн эсендә наркологтан, психиатрҙан, эске эштәр министрлығынан төрмәлә ултырмағанлығы хаҡында белешмә килтереп еткерә алмаясаҡ. Мин үҙемә ундай яуаплылыҡ ала алмайым. Һеҙ эшкә алырһығыҙ, ә ул элек хөкөм ителгән, йә фән тарафынан иҫбатланмаған маньяктыр? Юҡ инде, мин үҙемдең карьерам менән шаярмайым. Бында һүҙ һеҙҙең именлек хаҡында бара.
Бик оҙаҡ бәхәсләшкәндән һуң Зубровский ваҡытлыса ике кеше биреп торорға булды. Уларҙы ҡала эргәһендәге ҡунаҡхананан килтерергә ҡарар иттеләр.
Ғүмәровтарҙың йортона кеше табылды, ләкин бының менән мәсьәлә хәл ителде, тип уйлағандар хаталана. Сөнки иң мөһимдәре яңы башлана ғына.
Зифа менән Вәсилә киске туғыҙҙан һуң яҡындағы бер төнгө клубҡа барып ултырырға булдылар. Фәрит һуңлап ҡайта, ул да шунда килергә тейеш. Ә ҡаланың төнгө тормошо бик йәнле икән. Эштә йөрөгән һымаҡ итеп үҙен һауалы тотҡан ҡыҙҙар, кемгә йәбешергә белмәй йөрөгән ирҙәр... Ни хәл итәһең, капитализмды төҙөп бөтмәнек, ә уның емештәре тәүлек әйләнәһенә хужаларына файҙа килтерә. Бер сәғәт эсендә әллә күпме мәхшәрҙең шаһиты булдылар.
– Һин бик уйсан күренәһең. Аҡрынлап, был хәлдән сығырға кәрәк, – тине Вәсилә, – бәлки берәйһе менән таныштырырғалыр? Мин шикләнмәйем, һинең менән ҡыҙыҡһыныусылар барҙыр. Финанс буйынса белгестәргә ихтыяж һәр ваҡыт ҙур.
– Эштән бигерәк, бер китап ҡыҙыҡһындыра башланы, – тине Зифа. – Сәғир ҡалдырып киткән. Былай эш ҡағыҙҙарын өйгә алып ҡайтмай торғайны, быны – уҡыған. Күренеп тора, юл араларына ҡәләм тейҙергән.
– Ә китап нисек атала һуң? – тип һораны Вәсилә.
– “Рәсәйҙе нисек таланылар?” Үҙеңдең матди хәлеңде
 
яҡшыртыу йәһәтенән ниндәй йүнәлештә эшләргә.
– Ә мин уҡый аламмы китапты?
– Ә инглиз телен беләһеңме һуң?
– Юҡ. Инглиз телен мин мәктәптә уҡ ҡалдырып киттем.
– Улайһа, һиңә профессиональ тәржемәсе кәрәк.
– Туҡта әле, инглиз телен Фәрит яҡшы белә, унан һорарбыҙ, ярҙам итәсәк.
Оҙон ғүмерле булыр, Фәрит тә килеп етте. Бер үҙе түгел, бер иптәшен эйәртеп алған. Дүртәүләшеп тамаша ҡылдылар, бер аҙ сәй-мәй эскән булдылар. Зифаның Фәриткә һорауы бар икән.
– Әле бер китап уҡыйым, бәлки һине лә ҡыҙыҡһындырыр, тик инглиз телендә. Шунда бер һүҙбәйләнешкә иғтибар иттем. “Дуңғыҙҙы һимертеү – Рәсәйҙә борондан килгән ғәҙәт”, – тигән һүҙбәйләнеш бар. Быны нисек аңларға? Сөнки мөхәррирҙәр һүҙбәйләнешкә аңлатма биреүҙе кәрәк тип тапмаған.
Дуңғыҙ хаҡында һүҙ сыҡҡас, Фәрит менән уның коллегаһы бер-береһенә ҡарап йылмайыштылар.
– Эйе, беҙҙә ҡабан һимертеү традицияһы бар, – тине Фәрит Фуат улы. – Борон, революцияға тиклем үк Себерҙәге төрмәләрҙән катаржандар ҡасҡан. Тайгала бик ауыр, ашарға юҡ. Етмәһә, һирәк кенә осраған ауылдарҙы урап үтергә кәрәк. Асҡа үлмәҫ өсөн төрмәнән ҡасҡан ваҡытта тәжрибәле енәйәтселәр, алдаштырып, үҙҙәре менән таҙа енәйәтселәр ҙә эйәртеп алғандар һәм юл ыңғайы, аҙыҡ-түлек бөтһә, береһен һуйып ашағандар. Был традиция әле лә ваҡыт-ваҡыт күренеп ҡала. Хәҙерге аңлатмаһын Сергей һөйләр. Сергей Николаевич шундайыраҡ иҡтисади енәйәттәргә ҡаршы көрәшә.
– Зифа ханымдың ҡабандар менән ҡыҙыҡһыныуына ғәжәпләнмәйем. Уға ихтыяж енәйәтселәр донъяһында әле лә бар. Ике миҫал.
Әйтәйек, теге йәки был заводты ҡулға төшөрөргә кәрәк. Етәкселекте алдаштырып, улар даирәһенә төрлө юлдар менән “ҡабан”ды индерәләр. Уның ағай-эне булыуы, өйләнеүе, кейәү статусына эйә булыуы бик ихтимал. Күпмелер ваҡыттан һуң милектең законлы хужалары уйындан сығарыла һәм власты, кейәү йәки килен ярҙамында, башҡалар үҙ ҡулдарына эләктерә.
Икенсе осраҡ та шул сама. Предприятие асыла, ул геүләтеп эшләй, төрлө яҡтан, һуңынан түләү шарты менән, продукция ала, етештереүсене кредит һаҙлығына батыра. Шулай күңелле генә итеп эшләп йөрөгәндә директор вазифаһын үтәүсе, “ҡабан”, көтмәгәндә юҡҡа сыға. Бөтә бурыстар һәм аҡса менән. Уны, әлбиттә, оҙаҡламай табасаҡтар, ләкин ул хәҙер аҙмы-күпме хөрмәт күрһәтеп, ерләү йолаһын үтәүгә генә эшкинә. Әйткәндәй, тәүге осраҡта ла кейәүҙең яҙмышы шулай тамамланыуы бик мөмкин.
Төнгө клубта кешеләр күбәйҙе, тәртип яғы йомшарҙы, Зифалар ҡайтырға булды. Ҡайтҡас, Зифа менән Вәсилә сәй эсеп алырға ултырҙы. Ә Фәрит Фуат улына иртәгә иртүк эшкә икән, ул йоҡларға ашыҡты.
– Һиңә өйҙә генә ултырырға ярамай, – тине Вәсилә Зифаға. – Кеше араһына сыҡ, күңелеңде төшөрмә. Бәлки берәй кейәү ҙә табылыр.
– Мин әле үҙемде айырылған ҡатын итеп тә тоймайым, – тине. – Ни бары ике-өс көн үтте. Сәғир командировкала һәм ул хәҙер килеп инер һымаҡ.
– Һин уны көтәһеңме? – тине Вәсилә.
– Юҡ, көтмәйем. Уға исраф иткән йылдарым ғына йәл. Уға һаулыҡ, улын үҫтереүҙә уңыштар теләйем, – тине Зифа.
– Ә минең, мәҫәлән, уның улына бер аҙ һорауҙарым бар, – тине уйланғандан һуң Вәсилә. – “Хөрмәтле малай, – тип әйтәсәкмен мин уға. – Беҙ һине яратабыҙ, һиңә һаулыҡ, бәхеттәр теләйбеҙ. Бына атайың менән уның элекке ҡатынының бер ваҡытта ла балаһы булмаған, ә һин – бар. Был донъяға нисек тыуҙың?” – тип һорар инем. Берәйһе ярҙам иттеме икән? – тине Вәсилә.
– Юҡ. Был мәсьәлә мине ҡыҙыҡһындырмай, – тине Зифа. Ҡыҙыҡһынып, һорауҙар биреп йөрөргә уйламайым. Сабыйға бәхет теләйем.
– Мин детективтар яратам, әлбиттә, – тине Вәсилә. Баяғы, һин әйткән һимертелгән дуңғыҙ мәсьәләһе Сәғир менән булған осраҡта бик актуаль яңғырай.
– Мин дә шулай уйлайым, – тине Зифа. – Тик ҡайҙан мәғлүмәт алырға, кемгә мөрәжәғәт итергә? Саҡ ҡына ишетеп ҡалдым, Сәғир компания президентының ҡыҙына өйләнеүе бик ихтимал.
– Тимәк, “ҡабан” ролен Сәғир башҡарасаҡ. Уға бик килешер ине был урын. Институтта уҡығанда Сәғирҙең ҡайныһы, Радион Әхтәм улы Насиров, сығыш яһағайны. Бик асыҡ, заманса кешегә оҡшаған. Шуға сығырлыҡ таныштарың юҡмы? Эҙләп ҡарарға кәрәк, – тине Вәсилә. – Ә һин бер заман Сәғир кире ҡайтыр, тип уйламайһыңмы?
– Уйламайым да, көтмәйем дә. Мин уның холҡон бер аҙ беләм. Ул бик
уңайлыҡтар ярата. Хәҙер ул үҙен бик бәхетле тоя. Үҙең уйлап ҡара, президенттың кейәүе!
– Ә мин һинең иреңде электән үк ышанысһыҙ, тип тоя инем. Ундай ирҙәр бер ваҡытта ла ҡатындарына тоғро булмай һәм үҙенең маҡсатына ирешеү өсөн иң яҡын кешеләрен дә ҡорбан итеүе бик ихтимал. Улар аҫтыртын һәм мәкерле. Ана, минекен ҡара, Фәритте әйтәм. Маҡтап ебәрһәң, юҡ ҡына эштәрен күрһәң, тағы ла дәртләнеберәк тотона, тауҙар аҡтарып күрһәтә.
Йоҡларға һуң яттылар. Зифа уянып, сәғәтенә ҡараһа, 12 тулып үткән. Уны бит бөгөн бик мөһим суд көтә. Хәйер, мөһим тиһә лә, Сәғирҙе күреп, уның менән айҡашып ултырыу теләге юҡ. Ул нисек әйтә, шулай буласаҡ. Сөнки Наум Петрович менән ярышыу урынһыҙ. Барғас та әйтергә кәрәк булыр, ниндәй шарттарығыҙ бар, мин бөтәһенә лә риза, минең яҡтан бер дәғүә лә юҡ. Ә инде Сәғирҙең Черниковкалағы бер бүлмәле фатирына килгәндә, ҡарарбыҙ. Һәр хәлдә, торлаҡһыҙ интекмәҫ, ҡуртымға булһа ла, алыр. Дөрөҫ, Зифаның Сәғиргә һорауҙары күп. Мәҫәлән, эш хаҡы алған банк картаһы бар ине. Әле тикшереп ҡараһа, унда 20 мең генә аҡса күренә. Айырып ебәргән ҡатынын талаған, тип әйткәндә, хәбәрселәр эләктереп алыр ине инде. Кәрәкмәй, үҙенә булһын. Бөлмәбеҙ, ас та үлмәбеҙ.
Суд ярты сәғәт тә барманы. Наум Петрович һөйләп тә бөттө, яҡтар бер-береһенә көсләп йылмайып, ризалығын белдерҙе, иң аҙаҡтан Сәғир һүҙ һораны һәм ниндәй дәғүәһе бар инде?
– Минең ҡатыным кейемдәрен ҡалдырған. Шуларҙы алырға мәжбүр итеп буламы? – тип судьяға мөрәжәғәт итте. Йәнәһе, күрегеҙ, мин ҡайһылай йомарт. Хатта элекке ҡатынымды хәстәрләйем, тиеүелер.
– Был мәсьәлә ҡаралмай, бындай бәхәсте үҙ-ара хәл итегеҙ, – тине судья. – Зифа ханым Ғүмәрова, һеҙҙең әйтер һүҙегеҙ бармы?
– Минең кейемдәрем генә түгел, ул бүләк иткән ювелир биҙәүестәр ҙә, хатта эш хаҡы ала торған банк картамда һуңғы өс йыллыҡ эш хаҡым да ҡалды. Ғүмәров әфәнде был хаҡта өндәшмәне, әлбиттә. Ә кейемдәрҙе, алтын-көмөштө ҡалдырыуымдың сәбәбе шунда, мин өр-яңынан тормош башларға йыйынам һәм элекке ғүмеремде, Ғүмәров әфәнде менән бәйле булған йылдарымды, бер нәмә лә хәтергә төшөрөп торорға тейеш түгел.
Шуның менән суд эше тамамланды. Адвокат менән Сәғир икеһе бер машинала килгәндәр, күрәһең, ҡасып, тигәндәй, китеп барҙылар. Ниндәйҙер йомошо булдымы икән, һуңлабыраҡ һаҡ начальнигы Зубровский килеп сыҡты. Ул Зифаға ҡарап йылмайҙы һәм хушлашты. Машинаһы ситтәрәк икән, шунда икәү йәйәү атланылар. Зифа, үҙе лә һиҙмәҫтән:
– Радион Әхтәм улы ни хәлдә? Әгәр мөмкин булһа, минән сәләм әйтегеҙ, – тине һәм сумкаһынан “Рәсәйҙе нисек талайҙар?” исемле китапты сығарып тотторҙо. – Бәлки уға күрһәтерһегеҙ? Минең тойомлауымса, һеҙҙең компанияны ҙур үҙгәрештәр көтә. Ошо китап бәлки уны ҡотҡарып ҡалыр.
Зубровский менән Зифа хушлаштылар.
Кабинетына кереү менән, һаҡ начальнигы китаптың һәр бер битенең күсермәһен алды, төп нөсхәһен сейфына һалып ҡуйҙы. Инглиз теленән тәржемә икенсе көнөнә уның өҫтәлендә ята ине. Сәғирҙең бит һайын ҡуйылған иҫкәрмәләре, төҙәтмәләре әллә ҡайҙан уҡ, беҙ бында, тип һөрәнләп тора. Зубровский бер тынала китапты уҡып сыҡты һәм, телһеҙ ҡалып, креслоһына ҡоланы.
Рәсәйҙә әүәл-әүәлдән раҫланмаған, ләкин киң таралған ҡанун йәшәй. Бәләкәй генә ауылдың иң бәләкәй генә түрәһе лә үҙенән өҫтә торған түрәнең йомшаҡ булыуын теләй һәм етәксегә ҡарата ике генә баһа бирелә: яҡшы йәки насар. Әгәр вазифа биләүсе талапсан булмаһа, илке-һалҡы эшләүҙәрен күрмәһә, өҫтәүенә, эш хаҡын ваҡытында һәм мул түләһә, ул – һәйбәт. Ә инде талапсан, эшһеҙҙәрҙе һәм ялҡауҙарҙы күрә алмаған, эш хаҡын да самалап ҡына түләгән етәксе икән, ул – насар. Оҙаҡ йылдар – директор урынбаҫары, һуңынан – директор, хәҙер килеп, компанияның президенты вазифаһын биләүсе Радион Әхтәм улы берәүҙәргә яҡшы тойолһа, икенселәр өсөн насар була белде. Ярай, заманында ваҡытты бушҡа үткәрмәнеләр. Үҙҙәренең аҡсаларын ҡушып, арзан ғына хаҡҡа ваучерҙар йыйыштырып, Мәскәүҙәге дуҫтарын йәлеп итеп, ошо ябылыр-ябылмаҫ заводты эшкиндереп, компания тигән яңғырауыҡлы исем ҡушып, акционерлаштырғайнылар. Белә Радион Әхтәмович, ишеткәне бар, компанияға ҡарап ялманыусылар өйөрө менән йөрөй. Уларҙан ҡотолоу юлы юҡ. Берҙән-бер юл – сафтарҙы тығыҙ тоторға һәм
 
һәр ҡурҡынысты юҡҡа сығарып барырға.
Зубровский кертеп һалған ҡағыҙҙар менән “ҡарт бүре” бик ентекләп, ҡат-ҡат уҡып танышты һәм шундай һығымта яһаны: был – фетнә, һинең ғүмерлек хеҙмәтеңде юҡ итеү һәм иң яратҡан мөлкәтеңде тартып алыу. Ә кемдәр тартып алырға итә һуң? Үҙенекеләр. Сит-яттар юҡ, тип әйтерлек. Эргәһендә ярты быуатҡа яҡын ятҡан ҡатыны, уның ағай-энеләре, үҙенең дуҫ-иштәре... Радиондың күп йыллыҡ етәкселек итеү тәжрибәһе шул хаҡта һөйләй, уңышлы һәм табышлы эшләгән компаниялар, ғәҙәттә, һиҙгерлекте юғалта, уяулыҡ хаҡында онота һәм иң яҡын дуҫтарҙың ҡорбанына әүерелә.
– Йә, Петя, былар барыһы ла дөрөҫмө? – тине ул Зубровскийға ҡарап.
– Дөрөҫ булмаһа, Радион Әхтәмович, мин уны һеҙгә күрһәтеп тә тормаҫ инем. Беҙ бөгөн ҡылдан нәҙек, бысаҡтан үткер күпер аша үтеп барабыҙ. Бында шикләнерлек бер нимә лә юҡ. Һиҙемләүемсә, был операция “Троя аты” йәки “Вариҫ” исемен йөрөтә.
– Аттары кемдәр инде? – тине президент мыҫҡыллы йылмайып. – Исемләп әйтә алаһыңмы?
– Аттар бер нисәү. Иң бәләкәйенән алып, иң ҙурына тиклем – һеҙҙең эргәлә...
– Полковник, ниңә ҡурҡаһың, исемдәрен әйт!
– Иң бәләкәйе, билдәле, ул да булһа – Эдуард Сәғирович. Унан атаһы, өләсәһе, әсәһе һәм эргәһендәге ваҡ-төйәк ҡолон-ҡолонсаҡтар килә. Был инде яңғыҙ, берәм-һәрәм аттар түгел. Былар бик көслө, ныҡлап уйланған, өйрәтелгән өйөр.
– Петя, һин миңә дөрөҫөн әйт, Эдиктың атаһы кем? Ни өсөн һорайым, Сәғир, кейәүҙе әйтәм, ҡатыны менән ун йыллап йәшәгән, балалары юҡ, ә бында минең ҡыҙым менән таныша, бына һиңә, бәпес әҙер. Шундай бәпес, атаһы менән олатаһын урынынан осороп, Эдуард Сәғировичҡа әйләнергә әҙер.
– Бик сетерекле мәсьәлә, – тип ыңғайға һыпырҙы Зубровский. – Һеҙҙең ҡыҙығыҙҙың тәртибенә мин дәғүә белдерә алмайым. Уның менән күберәк әсәһе эшләне. Ә мин иһә, шәм тотоп тормағас, белгән осраҡта ла, дөрөҫөн әйтә алмайым, хаталаныуым бар. Ялған һөйләп, гонаһ алғым килмәй.
– Ә был ҡатын да, Зифаны әйтәм, Ғүмәрова, ныу, кейәүҙең элекке ҡатыны була инде, үс алыу йәки ирен ҡайтарыу тойғоһо менән яналыр инде?..
– Юҡтыр, ул ҡатын, нимәгә тотонһа ла, ҡулынан килә торған финансист. Ул Сәғирҙән күпкә юғары тора. Беҙҙә эшләп киткән кеше булғас, беҙҙәге өҫтөнлөктәрҙе лә, кәмселектәрҙе лә яҡшы аңлай, – тине Зубровский.
– Петя, һиңә ҡарап-ҡарап торам да, беҙ бер сама фекер йөрөтәрбеҙ. Ул ҡатынды мин бер аҙ хәтерләйем, бында эшләгән эштәре буйынса. Ярай, ҡалғаны – һуңыраҡ. Хәҙер нимә тәҡдим итәһең?
– Тәҡдим итеп торманым, һеҙҙең хуплауығыҙға өмөт итеп, мин мөмкин булған бөтә урында ла һаҡтарҙы көсәйттем, икешәр-өсәр тапҡыр. Әлбиттә, Яңы йылға әҙерләнеү һылтауы менән.
– Ә Ғүмәрованы нисек бәхилләргә уйлайһың?
– Радион Әхтәмович, быныһын һеҙ хәл итегеҙ...
Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: