-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Декабрь 2021, 13:00

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ҺИН ГЕНӘ АЯҠҠА БАҪ, ҠӘҘЕРЛЕМ! Хикәйә Беренсе бүлек

Мәрйәм менән Руслан хаҡында ишеткәндәр-белгәндәр онотмағандыр әле. Русландың атаһы уға мотоцикл алып биргәйне, ул, оҙаҡ уйлап тормай, байкерҙәр өйөрөнә ҡушылды ла китте. Мәрйәм егетенән ҡала буламы – ул да артҡы ултырғыста урын тапты. Бер йыл Мәскәүгә барып ҡайттылар, икенсе йылы Ҡырымға барып еттеләр. Европаны яулайбыҙ, Берлинға етәбеҙ, тип, сит ил паспорттарын күптән әҙерләп ҡуйҙылар. Бара алманылар.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ  ҺИН ГЕНӘ АЯҠҠА БАҪ, ҠӘҘЕРЛЕМ!  Хикәйә  Беренсе бүлек
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ҺИН ГЕНӘ АЯҠҠА БАҪ, ҠӘҘЕРЛЕМ! Хикәйә Беренсе бүлек
Европаға байкерҙар менән барып инеү туй сәйәхәтенең бер өлөшө булырға тейеш ине. Килеп сыҡманы. Ә шунан ҡайтҡас, матур ғына итеп туй үткәрергә ине уйҙары. Мәрйәмдең әсәһе киҫәткәйне инде: тәүҙә туй була, шунан – туй сәйәхәте, тигәйне. Ләкин йәштәр Европаны ла күрә алманы, туй сәйәхәте лә булманы.
Русланға 24 йәш булһа ла, һаман балалыҡтан сығып етмәгәйне. Атаһы – ҡалала билдәле табип, әсәһе – экономист, хәлле кешеләр тирәһендә йөрөйҙәр. Руслан, атаһына эйәреп, табип династияһын дауам итергә тейеш ине, мединститутҡа ла ингәйне. Ләкин егетте ара-тирә эскән килеш күреүселәр уға бик өмөт бағламаны. Йәш саҡта кем тәртип боҙмаған да дөмбәҫләшеп йөрөмәгән, тигән һымаҡ, Русланды атаһы менән әсәһе тәрбиәләп ҡарағайны, әммә ул үҙе ҡайҙандыр фатир яллаған, Мәрйәмде саҡырып килтергән булып сыҡты. Русландың әсәһе Ғәлимә апай эҙләп барһа, һин дә мин йәшәп яталар икән.
“Әллә берәй ерҙә эшләй микән? Аҡсаны ҡайҙан алды икән?” – тип аптырандылар. Атаһы әйткән: “Улым минән аҡса һорағаны юҡ, аҡсам юҡ, булһа ла, бирмәҫ инем”, – тигән. Быныһын шаярта, әлбиттә. Ул ҡала эргәһендә өй төҙөй, бөтә аҡсаһын шунда һалып тора.
Ғәлимә ире Мансаф менән Мәрйәмдең әсәһен юллап киттеләр. Барҙылар, күрҙеләр. Гөлзада ҡыҙы Мәрйәм менән 100 квадрат метрлы оло-ҡара фатирҙа йәшәп яталар. Гөлзада иренең әсәһен ҡарашҡан тиме, шул ҡарсыҡ Мәрйәмгә мираҫ итеп ҡалдырған был фатирҙы. Эсе тулы боронғо мебель, затлы сынаяҡтар.Ҡарсыҡтың ире хәрби булғанмы, һуғышты Берлин тирәһендә тамамлағанмы – ҡыҫҡаһы, буш ҡул менән ҡайтмаған. Мәрйәмгә ҡыуана-ҡыуана ҡалдырғандар. Русландың атаһы менән әсәһе, Мәрйәмдең донъяһын күргәс, телһеҙ ҡалдылар. Был бит хазина ояһы! Нисек ошо ҡыҙҙы ҡулдан ысҡындырмаҡ кәрәк! Ә Мәрйәм ни өсөн Русланды өйөнә алып ҡайтмаған? Сөнки әсәһе Гөлзада ныҡ итеп: “Никахһыҙ, туйһыҙ йәшәү юҡ”, – тип ҡәтғи шарт ҡуйған. Мансаф менән Ғәлимә йәштәрҙе өйләндереү тирәһендә шикләнә ине әле. Ниңә, тиһегеҙме? Руслан әлегә үҙе өйләнергә теләк белдергәне юҡ. Фатиха һорамағас, өйләнеү уның өсөн мөһим түгелдер, ләкин атаһы менән әсәһенә ҡабаланырға тура килде. Егет был мәсьәләгә бик еңел ҡараған. Сөнки бер көн Мансаф менән Ғәлимәнең фатирына ғифрит һымаҡ ике егет килеп инде. Улар бер микрозаем учреждениеһының коллекторҙары, йәғни аҡса ҡайтарып алыусылары икән. Икеһе лә ҡырынмаған, йыуынмаған, берәр центнерлыҡ бәндәләр. Һөйләшеү түгел, уларҙы күрмәҫ өсөн генә лә аҡсаңды сығарып тотторорһоң. Ҡыҫҡаһы, Русландың аҡса ҡәҙерләү түгел, хатта һанай белмәүе асыҡланды. Улы 20 мең алған, ә атаһына 60 мең сығарып түләргә тура килде. Баҡсалағы йортона пластик тәҙрә ҡуйыуҙы киләһе айға кисектерергә мәжбүр булды.
Атаһы менән әсәһенә бер аҙ кәңәшләшкәндән һуң йүгереп барып Мәрйәмде һоратырға тура килде. Туйға әҙерлек күп ваҡыт алманы, ай тигәндә матур ғына итеп туй яһап ҡуйҙылар.
Йәй үтмәгәйне әле. Мәрйәм менән Русландың мөхәббәтенең тәүге һынауҙарға дусар булыуы ишетелеп ҡалды. Егет кәләшен ифрат көнләшә икән. Рәнйетә, бер ҙә юҡтан тауыш сығара, хатта туҡмай, тип һөйләнеләр. Йәш кейәүҙең шундай холҡо мәғлүм булғас, Мәрйәм үҙ фатирына ҡайтып киткән. Әсәһе Гөлзада ҡала эргәһендәге ауылда йәшәй, ҡала һауаһына ярамай икән. Руслан инәлеп торманы, Мәрйәм янына үҙе күсте лә барҙы. Шулай итеп, арыу ғына йәшәп киттеләр, ләкин Русландың матайынан төшөргә йыйынғаны һәм эшкә тотонорға уйлағаны бер ҙә тойолманы. Доңғорлаҡ мотоциклының һауа һелкетеп, кешеләрҙе уятып йөрөүе ишетелгәнгә ҡарағанда, Русландың йәйәү йөрөргә тырышыуы һиҙелмәй ине әле. Ҡайһы берҙә таң менән дә ҡайтып керә бер үҙе. Уның киләсәгенә бик өмөт бағламайҙар ине. Мотоциклын өй эргәһендә ҡалдырып, йоҡларға ингәс, үҙәгенә үткән бер бәндә тәгәрмәстәренең
 
резинаһын ҡырҡҡылап киткән, хатта ямарға ла эшкинмәгән. Руслан шундағы малай-шалайҙы ҡурҡытып ҡараған да, бында йәшәгәндәр ябай халыҡ түгел – полиция саҡыртҡандар. Атаһы килеп етеп, әсәһе шунда сәңкелдәп, саҡ алып ҡалғандар.
Аҙна үтмәне, Руслан мотоциклының тәгәрмәстәрен рәтләтеп, яматып алып ҡайтты. Шунан өй эргәһенә килтереп ҡуйып, иртәле-кисле матайын дөбөрләтеп ултырмаһынмы! Кешеләр йоҡлай алмай тип, Мәрйәме лә әйтеп ҡараған, әсәһе лә шылтыратҡан. Юҡ, үс ала инде, йәнәһе. Дөбөрләтә лә дөбөрләтә, дөбөрләтә лә дөбөрләтә.
Бер заман, уттарын ялпылдатып, бер яҡтан полиция, икенсе яҡтан гвардия автомобилдәре килеп сыҡты ла Русланды ике яҡтан ҡамап алды, ләкин егет йылғырыраҡ булып сыҡты, бер дөбөрләтеүҙә урамдан сығып юғалды һәм ҡала ситенә ҡарай уҡталды. Бындағы машиналар арлы-бирле итеүгә, Руслан матайы менән юҡ булды. Алыҫ китә алмаған, беҙҙең полиция менән уҙышып буламы ни инде? Юл сатында торған бер экипаж үҙен ҡыуалап алып киткән, улай ҙа алыҫ китә алмаған. Юлда таш ятҡанмы, кирбесме – матайы менән барып менгән, матайы уңға, үҙе һулға 20-30 метрға осҡандар. Был хәтле осоуға матайҙан эшкинерлек тимер ҙә ҡалмаған, тинеләр. Ә егетте юл сатында ятҡан еренән саҡ табып алып, тиҙ ярҙамға тейәп алып киткәндәр. Кеше булмаҫ, аяҡҡа баҫыуы бик шикле, тип уйлағандар, сөнки һынмаған, һыҙырылмаған ере ҡалмаған.
Хәлен белергә Мәрйәм менән Русландың атаһы йүгереп барған. Реанимацияла әллә ун көн ятты, иҫенә килеп, күҙҙәрен асҡас, әйткән тәүге һүҙе: “Матайҙы алып ҡайттығыҙмы?” – булған. “Матай ҡайғыһы юҡ, – тигән атаһы. – Улым, һинең хәлең бик насар. Матай тураһында онот”. “Ә нимә булды?” – тигән улы. Атаһы бик илай. Иламай ни, улының хәле бик мөшкөл, мөшкөл генә түгел, аяныслы.
Руслан торорға иткән һымаҡ кәүҙәһен һелкетеп ҡараны, ләкин кәүҙәһен түгел, ҡулын да күтәрә алманы.
 
Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: