+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Декабрь 2021, 11:00

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ҺИН ГЕНӘ АЯҠҠА БАҪ, ҠӘҘЕРЛЕМ! Хикәйә Өсөнсө бүлек

Шулай, тормош өйрәтә ул. Бер ҡайҙа ла китә алмайһың. Икеһенә – бер палата, ашау-эсеү – ниндәй заказ бирәһең. Мәрйәм аҡсаһын самалап тотондо. Ҡайтырға ла, йәшәргә лә кәрәк бит әле. Тик бындағы һиллек һәм муллыҡ уяулығын юғалтырға мәжбүр итте. Русланды операцияға коляскала үҙе илтеп ҡуйғайны. Доғаларын уҡып, теләктәрен теләп, Мәрйәм Русланды индереп ебәрҙе. Тегеһе, боролмай ғына, ҡулдарын күтәреп, хушлашып, быяла ишек артында юҡ булды. Ә палатаға ҡайтыуына һәм сумкаһын асып ҡарауына, ҡот осҡос яңылыҡ көтә ине: уның барлыҡ аҡсаһын, картаһын урлағандар.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ  ҺИН ГЕНӘ АЯҠҠА БАҪ, ҠӘҘЕРЛЕМ!   Хикәйә  Өсөнсө бүлек
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ҺИН ГЕНӘ АЯҠҠА БАҪ, ҠӘҘЕРЛЕМ! Хикәйә Өсөнсө бүлек
Бында йыйыштырыу мәсьәләһе шулай ҡуйылған, һин уларҙың ҡасан кергәнен, ҡасан бурыстарын үтәп сыҡҡанын да һиҙмәй ҡалаһың. Мәрйәм ары йүгерҙе, бире йүгерҙе. Ярай, инглизсә аҙмы-күпме аңлаша. Үҙҙәре йәшәгән ҡаттағы өлкән генә ҡатынға төшөндөрөп бирә алды.
Ә бында һәр мөйөштә, һәр бүлмәлә видеокамера бар, барыһы ла, ус төбөндәге һымаҡ, күренеп тора. Бер сәғәт үттеме, юҡмы, Мәрйәм нимә булғанына төшөнөп тә өлгөрмәне, уғрыны, аҡсаһы, картаһы менән тотоп та килтерҙеләр. Уныһы ла әллә кем түгел, үҙебеҙҙең Рәсәйҙән килгән ҡатын икән. Ул, күҙен дә йомманы: “Эйе, алдым, юғалтып ҡуйыр, тип ҡурҡтым. Үҙемдә һаҡлап торорға булдым”, – тине лә ҡуйҙы. Изге ерҙә лә шундай хилаф эштәр ҡылына, намыҫһыҙ кешеләр осрап тора икән. Ошо хәлдән һуң Мәрйәм сумкаһын аҙ ғына ваҡытҡа ла ҡалдырһасы. Уның ҡарауы, дауаханала Мәрйәмгә айырыуса хөрмәт менән ҡарай башланылар. Тауыш күтәрмәне, йыйыштырыусыны эштән ҡыуыуҙарын талап итмәне, Изге ерҙең ифрат аҡыллы кешеләре донъя барлыҡҡа килгәндән алып илдән-илгә ҡыуылып йөрөгәндәрҙең, мохтаждарҙың хәлен яҡшыраҡ аңлай, миһырбанлыҡтың ҡәҙерен белә.
Аллаһы Тәғәлә Мәрйәмдең доғаларын ҡабул ҡылды, операция уңышлы тамамланды, хәҙер һөҙөмтәһен көтөргә генә ҡала. Сөнки шик бар, Русландың атаһы һүҙҙәрен һайлап торманы бит: “Һеҙҙе алдап, аҡсағыҙҙы һыпырып алып ҡайтарып ебәрәсәктәр”, – тип нисәмә көн иртәнән алып кискә тиклем ҡурҡытҡайны. Өлөшләтә генә булһа ла, хаҡлы булып сыҡты. Аҡсаларын урланылар, ләкин кире ҡайтарҙылар. Ә кисен операция яһаған табиптарҙың береһе килеп инде. Йә инде, донъяның тарлығын әйт! Өлкән йәштәге табип, Наум Самуилович, әлеге, үҙебеҙҙең Өфөлә уҡыған икән. Һис тә аҡса ғына көҫәп, мөмкин тиклем мулыраҡ “һауырға” тырышҡан кешегә оҡшамаған. Өсәүләшеп палатала ғына сәй эстеләр. Табип изге төйәгенә ҡайтһа ла, тыуған ерен һағына икән. Уҡыған, эшләгән йылдарын иҫкә төшөрөп, күҙҙәре йәшләнеп алды. Мәрйәм Наум Самуиловичтың ни өсөн табип һөнәрен һайлауы менән ҡыҙыҡһынды. Шат, күңелсәк табипты был һорау уйланырға мәжбүр итте.
“Сталин ғәйепле. Әгәр репрессиялар, шәхес культы булмаһа, мин тыумай ҡалыр инем, табиплыҡҡа ла уҡымаҫ инем, – тине, шулай ҙа, мут йылмайып, – атайым – урман эштәре белгесе, әсәйем – инглиз теленән тәржемәсе. Икеһе лә, юҡ ҡына сәбәп арҡаһында, лагерға барып эләккән. Шунда танышҡандар, “мыйыҡлы даһи” вафат булғас, ҡайтҡандар һәм өйләнешкәндәр. 1955 йылда мин тыуғанмын. Атайым шунда уҡ: “Минең улым табип буласаҡ! Мин уны, барыбер, табиплыҡҡа уҡытасаҡмын!” – тип һөйләнә башлаған. Ошо хыялы мине, мәктәпте тамамлағансы, оҙатып йөрөнө. Мин атайҙың теләгенә ҡаршы барманым. Өфөлә мединститут тамамлап, табип һөнәре алып сыҡтым. Бер тапҡыр ҙа үкенгәнем булманы, миңә атай теләген үтәү бик оҡшаны. Бер тапҡыр, яйы сыҡҡанда, атайымдан: “Ни өсөн минең кеше дауалаусы һөнәрен һайлауымды теләнең?” – тип һораным. “Сталин лагерҙарында булыу мине күп нәмәгә әҙер булырға өйрәтте”, – тип башланы атайым. Өләсәһе атайымды бәләкәй сағында кейем-һалым ямарға өйрәткән. Ошо һөнәр аҙаҡ атайыма лагерҙа саҡта аҙмы-күпме туҡ йәшәргә мөмкинлек биргән. Байыраҡ зэктарҙың кейем-һалымын, ашау хаҡына, ямаштырып биргән. Бик оҡшатҡандар. Хатта заказ менән күрше барактарҙан килгәндәр. Атайым әйтә: “Мин лагерҙа табиптарҙың нисек йәшәгәнен күреп, уларҙан көнләшә торғайным. Улар барҙа батша ла, король да кәрәкмәй лагерҙа. Лагерь шарттарында бындай һөнәр эйәләренә хөрмәт һәм ихтирам ҙурлығын күреп, донъя хәлен белеп булмай, улым, һинең табиплыҡҡа уҡыуыңды теләнем”.
Мәрйәм менән Русланды яҡташ табиптың
 
һөйләгәндәре тетрәндерҙе. Кешеләр иң ҙур ауырлыҡтарҙан да үҙҙәре өсөн ыңғай һығымталар яһарға өйрәнергә тейеш икән.
Русландың бөгөн кәйефе һәйбәт кенә һымаҡ:
– Йә, ҡәҙерлем, әйт әле, Мәрйәмем, беҙҙең сәфәрҙең спонсоры кем? – тине ул, уйынлы –ысынлы.
Мәрйәм тураһын әйтте:
– Йәшереп тормайым, – тине ул. – Ябай ғына итеп аңлатам. Миңә хәҙер өләсәйҙән ҡалған затлы сынаяҡтарҙың саңдарын ай һайын һөртөп торорға кәрәк булмаясаҡ. Бынан тыш, немец капиталистарының бүлмәһен биләгән мебель хәҙер беҙҙең бер бүлмәле фатирыбыҙға һыймаясаҡ. Миңә иҙән йыуыу өсөн эштең еңелләшеүенә төшөнгәнһеңдер.
Руслан бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Күҙ йәштәрен күрһәтмәҫ өсөн башын стена яғына борҙо:
– Һин мине аяҡҡа баҫтырыу өсөн шул тиклем байлыҡтан ваз кисә алдыңмы? – тип һораны.
– Һин хәрәкәтһеҙ ятҡанда шул затлы сынаяҡтар менән сәй эсеп ултыра алыр инемме? – тип һораны Мәрйәм.
– Аңланым, ҡәҙерлем, – тине Руслан, – әйҙә, был хаҡта онотайыҡ.
– Әгәр һин аяҡҡа баҫһаң, онотасаҡбыҙ.
 
Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: