+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Декабрь 2021, 14:00

Ҡаҙаҡ

Бригадир – тәьминәтсегә:– Ашығыс заказ, төҙөлөшкә кәрәк...

Ҡаҙаҡ
Ҡаҙаҡ

Тәьминәтсе – бригадирға:
– Нимә кәрәк, тейешле форма буйынса заявка бирегеҙ.
Бригадир – проект етәксе­һенә:
– Тәьминәтсе үҙ эшен эшләүҙән баш тарта!
Проект етәксеһе – тәьми­нәт­сегә:
– Ниңә? Бригадирға алып бар, уға унда нимә кәрәк?
Тәьминәтсе – проект етәк­сеһенә:
– Унан тейешле формала заказ булманы.
Проект етәксеһе – брига­дирға:
– Тейешле формалағы заявка ҡайҙа?
Бригадир – проект етәк­сеһенә:
– Мин уның нимә икәнен дә белмәйем.
Проект етәксеһе –секре­тарға:
– Объектҡа материалдар ебәрергә тейешле форма буйынса заявка ҡайҙа?
Секретарь – проект етәк­сеһенә:
– Ул генераль директорҙа, ҡул ҡуйғанын көтәбеҙ.
Проект етәксеһе – генераль директорға:
– Объектҡа материалдар ебәрергә тейешле форма буйынса заявкаға тиҙ генә ҡултамғағыҙҙы ҡуйығыҙ әле.
Генераль директор – проект етәксеһенә:
– Аҡылдан яҙҙыңмы әллә? Бригадир ун биш ҡаҙаҡ һорай...

Фото: ru.depositphotos.com

Автор:Р. САМАТОВ
Читайте нас: