+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Декабрь 2021, 13:05

Аҡыллы сәғәт

Google компанияһы 2022 йылда Rohan тип аталған беренсе аҡыллы сәғәтен сығарырға планлаштыра.

Аҡыллы сәғәт
Аҡыллы сәғәт

Ул бик күркәм төҙөлөшлө, түңәрәк дисплейлы, әммә физик панелһыҙ буласаҡ, тип билдәләп үтә компания хеҙмәткәрҙәре.

Ҡалған аҡыллы сәғәттәрҙәге кеүек үк, Rohanда йөрәк ритмы датчигы буласаҡ, уға көндәлек зарядка талап ителәсәк. Әлеге яйланмалар ҡулланыусының физик әүҙемлеге һәм сәләмәтлеге торошон күҙәтеп тора аласаҡ. Шулай уҡ Rohan сәғәттәре ҡиммәт баһаланырға һәм Apple Watchтың конкуренты булырға ла мөмкин, тип фаразлайҙар. Яңы сәғәттәр 2022 йылдың яҙында һатыуға сығыр, тип көтөлә.

Фото: shazoo.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: