-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Апрель 2022, 13:00

Легендар диктор иҫтәлегенә арнап

Өфөнөң «Динамо» стадионында, 15 апрелдә Башҡортостандың киң мәғлүмәт саралары командалары араһында легендар диктор, халыҡ артисы Әхәт Мортазиндың иҫтәлегенә арналған волейбол буйынса турнир үтә. Әлеге мәлдә командаларға спортсылар йыйыу бара. Инеү ирекле. Көйәрмәндәр араһында бүләктәр уйнатыласаҡ.

Легендар диктор иҫтәлегенә арнап
Легендар диктор иҫтәлегенә арнап

Әхәт Мортазинды «Башҡортостандың алтын тауышы» тип йөрөттөләр. Тыңлаусылар уның матур, бәрхәт тауышын яңылыҡтар, көнүҙәк репортаждар буйынса танып белде, ул күп кенә ваҡиғаларҙан, байрамдарҙан, хөкүмәт сараларынан һәм концерттарҙан тура трансляциялар алып барҙы. Уның тауышы менән танылған башҡорт яҙыусыларының һәм шағирҙарының нәфис әҫәрҙәре яҙҙырылған, анимация һәм нәфис фильмдар тауышландырылған. Әхәт Мортазин радио волейбол командаһының алыштырғыһыҙ капитаны була. Ҡыҙғанысҡа күрә, ул 2018 йылдың 13 мартында 59 йәшендә генә ҡапыл вафат була.

Турнирҙы ойоштороусылар булып Башҡортостандың Журналистар союзы, Матбуғат йорто, республика һәм муниципаль киң мәғлүмәт саралары сығыш яһай.

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: