+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Апрель 2022, 11:00

"Мөғжизәләр яланы"нда - дүртөйлөләр

«Мөғжизәләр яланы»нда Дүртөйлөләге балалар һынлы сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Гөлназ Әбдекәримова ҡатнашты.

"Мөғжизәләр яланы"нда - дүртөйлөләр
"Мөғжизәләр яланы"нда - дүртөйлөләр

Тапшырыуҙың легендар алып барыусыһы Леонид Якубович менән осрашыуға ул ғаиләһе һәм «Кая» этно-рок төркөмө менән бара.

Ҡатнашыусылар стилләштерелгән милли кейемдә сығып, башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында йыр башҡарып, тамашасыларҙы сәләмләй. Яҡташыбыҙ буш ҡул менән бармаған, ә яратҡан алып барыусыһына күстәнәскә башҡорт балы, сәк-сәк, Дүртөйлө районы тураһында китап, һынлы сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәренең эштәрен, шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан башҡорт уҡ-һаҙағын да алған.

Гөлназ әйтеүенсә, «Мөғжизәләр яланы»на ул  ғаризаны 2 йыл элек ебәргән һәм онотоп та бөткән булған. Быйыл март айында көтмәгәндә саҡырыу килеп төшә һәм улар «Кая» төркөмө менән бергә Мәскәүгә барырға әҙерләнә лә башлай.

Гөлназ Әбдекәримова ҡатнашлығындағы тапшырыуҙы 22 апрелдә Беренсе канал эфирында ҡарарға мөмкин.

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: