-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Апрель 2022, 11:00

Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар

Янғын, бәлә-ҡаза килеп сығыуының төп сәбәпсеһе булып кеше тора. Йылы көндәр башланыу менән халыҡ урманға ашыға, усаҡ яғып, шашлыҡ ҡыҙҙырырға  тотона.

Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар
Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар
Тик күптәребеҙ ҡоро үләнгә ут ҡабып, күҙ асып йомғансы ағастарҙы, бөтә урманды ут ялҡыны ялмап аласағын онотоп ебәрә. Шуға ла янғын сығыу ҡурҡынысы булған осорҙа тәбиғәт ҡосағында ял итеүселәр хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә тейеш. Сөнки янғын афәте урман хужалығына күп бәләләр, юғалтыуҙар килтерә бит.
Урманда янғын сығыуға күп осраҡта ял итеүселәр һүндермәй киткән усаҡ сәбәпсе була. Ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк. Махсус урын булмаһа, йылға йәки күл буйында ҡомло-ташлы урындарҙа яғырға була. Әгәр ҙә тирәһендә ут ҡабып китерлек ҡоро үлән булһа, ерҙе әйләндереп ҡаҙып сыҡһаң, тағы лә һәйбәтерәк.
Быны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: 15 октябргә тиклем урманда усаҡ яғыу, һүндерелмәгән шырпы, тәмәке төпсөгө ташлау, шешә, быяла киҫәктәрен ҡалдырыу, баҫыуҙа, урманда ҡамыл яндырыу, ылыҫлы йәш урманда, торф ятҡылыҡтарында, ҡырҡындыларҙа, ҡоро үләнле урындарҙа, шулай уҡ зарарланған урман участкаларында усаҡ яғыу, ағас ҡалдыҡтарын яндырыу тыйыла.

Шуны ла әйтергә кәрәк, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штраф ҙур: граждандарға 3 меңгә тиклем, юридик шәхестәргә 50 меңдән 200 меңгә тиклем барып етә.

Фото: in-news.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: