+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Апрель 2022, 13:00

Тәрбиә биреүҙең мөһим элементы

Мәктәптәрҙә хәрби – патриотик тәрбиәне көсәйтеү маҡсаты ҡуйыла. Тарих дәресен беренсе кластан индереү менән бергә, яңы уҡыу йылынан аҙнаһына бер тапҡыр дәрес башынан гимн башҡарыу һәм дәүләт флагын күтәреү тәҡдиме индерелде. Был хаҡта шулай уҡ илдең мәғариф министры Сергей Кравцов белдерҙе.

Тәрбиә биреүҙең мөһим элементы
Тәрбиә биреүҙең мөһим элементы

Сентябрь башынан һәм алдағы йылдарҙа бөтә мәктәптәр тә дәүләт символикаһы менән тәьмин ителәсәк.

Дәрес алдынан флаг күтәреү тәҡдимен бынан алдараҡ Воронеж, Калуга өлкәләре, Хабаров крайы хуплап сыҡты һәм был тәҡдимде федераль кимәлдә ҡабул итеүҙе һораны.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең хакимиәтенә был һорауҙы әле үк ҡарауҙы йөкмәтте. Республика етәксеһе мәктәптәге сараларҙы май байрамдарынан  һуң дәүләт символикалары менән башлауҙы ҡушты.

https://bashkizi.ru/news/-u--iy-ili-tar/2022-04-19/d-l-t-simvolika-yna-arata-h-rm-t-uyatyu-2775802

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: