-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Май 2022, 13:00

Ваҡытты һуҙмағыҙ!

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда 15 апрелдән алып, 25-ләп урман янғыны теркәлгән. Уларҙың күбеһе, атап әйткәндә, 20-нән артығы ут менән һаҡһыҙ эш итеүҙән килеп сыҡҡан.

Ваҡытты һуҙмағыҙ!
Ваҡытты һуҙмағыҙ!

Был хаҡта Республика менән идара итеү үҙәгендә үткән оператив кәңәшмәлә Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров хәбәр итте.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, барыбыҙға ла уяу булырға кәрәк, тип белдерҙе. “Янғындар сығыуға ҡоро йәшендәр ҙә, кешеләрҙең яуапһыҙлығы ла сәбәпсе булырға мөмкин. Беҙҙең бурыс – ваҡытында асыҡларға һәм һүндерергә. Әгәр ярҙам кәрәк икән, шунда уҡ хәбәр итегеҙ”, – тине ул ҡотҡарыу хеҙмәтенә. Ә район-ҡала башлыҡтарына: “Янғын бер тораҡ пунктына да барып етергә тейеш түгел. Был һеҙҙең шәхси яуаплылыҡ. Ваҡытында тотонһаң, был бурысты башҡарып була”, – тип киҫәтеү яһаны республика Башлығы.

Фото: МЧС по РБ

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: