+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Май 2022, 14:00

Бәхил бул, оҫта музыкант!

Кисә Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡорт АССР-ның халыҡ артисы, легендар музыкант, виртуоз баянсы, Башҡорт дәүләт филармонияһының почетлы ветераны Ридик Фәсхетдинов ағай 83 йәшендә мәрхүм булған.  

Бәхил бул, оҫта музыкант!
Бәхил бул, оҫта музыкант!

Ул Фәсхетдиновтарҙың артистар, музыканттар һәм бейеүселәр династияһына нигеҙ һалыусы. 1940 йылдың 16 мартында Баймаҡ районы Темәс ауылында донъяға килгән. 1962 йылда Өфө сәнғәт училищеһында халыҡ уйын ҡоралдары бүлеген тамамлап, хеҙмәт юлын Башҡорт дәүләт филармонияһының Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблендә концертмейстер булыш эш башлай. 1975 – 2004 йылдарҙа – филармонияның баянсы-солисы. 2004 – 2010 йылдарҙа Башҡортостандың Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры солисы, йәштәрҙең остазы һәм профессиональ оҫталыҡтың сағыу үрнәге була ул.

Ридик ағай билдәле солистар менән бергә Европа, Азия, Африка һәм Көньяҡ Американың 60-тан артыҡ илендә сығыш яһаған.

Фото: bash.bashgazet.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: