+25 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Май 2022, 13:00

Эвереста Башҡортостандан тәүге ҡатын-ҡыҙ

Башҡортостандан беренсе ҡатын-ҡыҙ Эверест тауының башына күтәрелде. Вероника Зарипова планетаның иң юғары нөктәһенә 14 майҙа иртәнге сәғәт 4-тә менеп еткән.

Эвереста Башҡортостандан тәүге ҡатын-ҡыҙ
Эвереста Башҡортостандан тәүге ҡатын-ҡыҙ

Вероника әйтеүенсә, ул – Рәсәйҙән Эверест түбәһенә күтәрелгән 12 ҡатын-ҡыҙҙҙарҙың береһе. “Эвереста – Башҡортостандан тәүге ҡатын-ҡыҙ. Барығыҙҙы ла яратам. Хуплауығыҙ, дәртләндереп тороуығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!” – тип яҙған Вероника үҙенең социаль селтәрендәге сәхифәләрендә. Ул Өфөнән эшҡыуар һәм альпинист Сергей Белкин артынан күтәрелде. Сергей иһә Эверестҡа 12 майҙа иртәнге сәғәт 6-ла барып еткәйне. Ул 8848 метр юғарылыҡта Башҡортостан әләмен урынлаштырҙы.

Фото: Башинформ

Эвереста Башҡортостандан тәүге ҡатын-ҡыҙ
Эвереста Башҡортостандан тәүге ҡатын-ҡыҙ
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: