+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Май 2022, 15:00

Үзбәкстан – Рәсәй дуҫлығы

Кисә Ташкент ҡалаһында Үзбәкстанға эш сәфәре менән барған Башҡортостан рәсми делегацияһының осрашыуы булды. Республика Башлығы Радий Хәбиров Үзбәкстан премьер-министры Абдулла Арипов менән сауҙа-иҡтисади, мәҙәни һәм гуманитар хеҙмәттәшлекте нығытыу перспективалары хаҡында фекер алышты.

Үзбәкстан – Рәсәй дуҫлығы
Үзбәкстан – Рәсәй дуҫлығы

– Үзбәкстан республикаһы Президенты Шәүҡәт Мирзиев һәм Рәсәй Президенты Владимир Путин араһындағы ышаныслы мөнәсәбәттәр һөҙөмтәһендә Үзбәкстан – Рәсәй мөнәсәбәттәре нығый һәм яңы үрҙәргә ирешә. Төбәк-ара хеҙмәттәшлеккә айырым иғтибар бирелә, – тине Абдулла Арипов. – Үзбәкстан һәм Башҡортостан араһында сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлекте, сәнәғәт кооперацияһын, мәҙәни-гуманитар хеҙмәттәшлекте киңәйтеүҙә үҙ-ара ҡыҙыҡһыныуыбыҙҙы билдәләп үтке килә.

 Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үзбәкстанлыларға республика делегацияһын ҡунаҡсыл ҡабул итеүҙәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Төбәк етәксеһе билдәләп үтеүенсә, уның составына Башҡортостан бизнесынан 96 вәкил ингән. Улар b2b форма форматында Үзбәкстандан килгән коллегалар менән осрашыуҙар үткәрә һәм бер нисә килешеү ҙә төҙөгән инде.

Фото: Башинформ

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: