+1 °С
Ясно
Яңылыҡтар
27 Мая 2022, 05:00

Пенсиялар һәм пособиелар артасаҡ

Пенсиялар һәм йәшәү минимумы 1 июндән арттырылырға тейеш. Йәшәү минимумы күләме ил буйынса уртаса 12919 һумға етәсәк.

Добавить в предпочтительные источники Google
Пенсиялар һәм пособиелар артасаҡПенсиялар һәм пособиелар артасаҡ
Пенсиялар һәм пособиелар артасаҡ

Минималь эш хаҡы 1 июлдән уртаса 15278 һумға тиклем артасаҡ. Йыл һөҙөмтәләре буйынса Рәсәйҙә инфляция 15 проценттан артмаясаҡ, тине ил башлығы.

Бынан тыш, балалары булған хәрби хеҙмәткәр – ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙамды икеләтә арттырырға вәғәҙә бирҙе, ул 30000 мең һум тирәһе буласаҡ.

Белеүебеҙсә, был хаҡта Владимир Путин март айында хеҙмәт хаҡын һәм йәшәү минимумын арттырыу, пенсияларҙы, бюджет хеҙмәт хаҡтарын һәм башҡа социаль түләүҙәрҙе индексациялау тураһында тәҡдим иткәйне.

Фото: https://kurer-sreda.ru/

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас