+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Июнь 2022, 11:00

Ялҡытты был ямғырҙар

“Башгидрометүҙәк” мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн көндөҙ республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуасаҡ. Айырым райондарҙа – йәшенле, урыны менән боҙ ҙа көтөлә.

Ялҡытты был ямғырҙар
Ялҡытты был ямғырҙар

Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан, көндөҙ урыны менән көслө. Һауа температураһы +17, +22 градус тәшкил итәсәк.

Иртәгә төнөн төбәк буйынса, көндөҙ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар, йәшен, көндөҙ боҙ-борсаҡ яуасаҡ,  Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан. Һауа температураһы төнөн +9, +14, көндөҙ +17, +22 градус буласаҡ.

Шаршамбы, 22 июндә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар дауам итәсәк әле. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан, урыны менөн көсәйеүсән. Һауа температураһы төнөн +8, +13, көндөҙ +21, +26 градусҡа ҡәҙәр күтәреләсәк тип хәбәр итәләр.

Фото: park72.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: