+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Июнь 2022, 14:00

Ҡорбан байрамына ҡорбан малдарын индереү сикләнә

Башҡортостандың ветеринария идаралығы етәксеһе Азат Йыһаншин Республикаға идара итеү үҙәгендәге оператив кәңәшмәлә хәбәр итеүенсә, 9 июлдән 11-нә тиклем имен булмаған субъекттарҙан һәм илдәрҙән рөхсәтһеҙ малдар индереү хәүефе арта.

Ҡорбан байрамына ҡорбан малдарын индереү сикләнә
Ҡорбан байрамына ҡорбан малдарын индереү сикләнә

«Был саралар бешмә, бруцеллёз һәм башҡа айырыуса хәүефле ауырыуҙарҙы иҫкәртеү өсөн кәрәк. Карантин сараларын үткән хайуандарҙы ғына индерергә рөхсәт ителә.  Республиканың баш ветеринары һүҙҙәренсә, ҡорбан салыу Башҡортостан ветеринария хеҙмәте контролендәге махсус бүленгән майҙансыҡтарҙа ойошторола. Барлыҡ муниципалитет һәм район башлыҡтарын беҙгә ярҙам күрһәтергә саҡырам, сөнки агросәнәғәт комплексы предприятиеларының ғына түгел, тотош республика халҡының именлеге лә шуға бәйле », — тип билдәләне Азат Йыһаншин.

Фото:Башинформ

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: