+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Июнь 2022, 12:00

Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө

Ил Башлығы Владимир Путин яңы байрамды - Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөн билдәләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Ул 8 июлдә үткәрелә.

Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө
Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө

Был дата ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау һәм балаларҙы, йәштәрҙе рухи-әхлаҡи тәрбиәләү маҡсатында булдырылған, тиелә документта.  Башҡортостанда ошондай байрамдар йылына бер нисә тапҡыр билдәләнә. Был йолаға Каринэ Хәбированың башланғысы нигеҙ һалды. Шул уҡ көндө Радий Хәбиров «Ата-әсә ҡаһарманлығы», «Әсәлек даны» дәүләт наградаларын, «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн!»  кеүек йәмәғәт наградаларын да тапшыра.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: