+5 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Яңылыҡтар
22 Июля 2022, 09:00

Өфө фән һәм технологиялар университеты

Башҡортостанда рәсми рәүештә яңы вуз төҙөлдө. Был хаҡтағы бойороҡҡа Рәсәйҙең фән һәм юғары белем министры Валерий Фальков ҡул ҡуйҙы.

Өфө фән һәм технологиялар университетыӨфө фән һәм технологиялар университеты
Өфө фән һәм технологиялар университеты

Ул башҡорт дәүләт һәм Өфө дәүләт авиация техник университеттарын берләштереү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән Өфө фән һәм технологиялар университеты.

Белеүебеҙсә, ике вузды берләштереү фекере тәүге мәлдәрҙә ҡаршылыҡтар уятҡайны. Оҙаҡ һөйләшеүҙәрҙән һуң, уларҙы берләштереүҙең өҫтөнлөгө билдәләнде. Республика Башлығы әйтеүенсә, ике көслө вуздың ҡушылыуы һөҙөмтәһендә фән буйынса ҡеүәтле уҡыу йорто барлыҡҡа киләсәк.

Фото: smartik.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас