-6 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Июль 2022, 16:25

Бер тәүлектә 5 кеше...

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, һуңғы тәүлек эсендә республиканың рәсми булмаған пляждарында 5 кеше һыуға батып һәләк булған.

Бер тәүлектә 5 кеше...
Бер тәүлектә 5 кеше...

Һыу ҡорбандары Бөрйән районында, Өфө районы карьерында, Өфө ҡалаһы эргәһендәге Ағиҙел йылғаһында 26 йәшлек ике йәш кеше, Кушнаренко районының Әхмәт ауылында 58 йәшлек ир һәм Әлшәй районында Дим йылғаһында 19 йәшлек егет теркәлгән.

“Махсус йыһазландырылмаған урындарҙа һыу инеү үлем осрағына килтерә. Ҡәҙерле дуҫтар, һыу инеү өсөн махсус урындар һайлағыҙ. Улар беҙҙә бихисап әҙерләнде. Таныш булмаған, рөхсәт ителмәгән ерҙә йөҙөүҙән тыйылырға өндәйем. Спиртлы эсемлектәр ҡулланып, яңғыҙ ғына һыу ҡойоноп, ярҙан алыҫ йөҙмәгеҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы ҡайғыртығыҙ!” – тип Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров республикала йәшәүселәргә мөрәжәғәт итте.

Фото: Башинформ                

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: