+21 °С
Облачно
Яңылыҡтар
25 Июля 2022, 10:00

Яза көсәйтелде

Рәсәй граждандары өсөн бөгөндән автомобиль менән системалы рәүештә хоҡуҡһыҙ идара иткән өсөн енәйәт яуаплылығы индерелә. Был 25 июлдән РФ Енәйәт кодексының 264.3-сө статьяһының көсөнә инеүенә бәйле.

Яза көсәйтелдеЯза көсәйтелде
Яза көсәйтелде

Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 12.7-се статьяһының 4-се өлөшө үҙ көсөнә инде. Унда транспорт сараһы менән водитель таныҡлығына эйә булмайынса бер нисә тапҡыр идара иткән өсөн яуаплылыҡ ҡаралған. Бының өсөн хоҡуҡ боҙоусыға 50000-100000 һум күләмендә штраф һалына йәки 150-200 сәғәткә тиклем мәжбүри эштәр тәғәйенләнә. Бынан тыш, әгәр водитель транспорт сараһы менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителһә һәм ошондай хоҡуҡ боҙған өсөн административ язаға тарттырылһа, ул автомобиль, трамвай һәм башҡа механик транспорт сараһы менән идара иткән өсөн енәйәт яуаплылығына тарттырылырға тейеш.

Ләкин унан да мөһимерәге - Енәйәт кодексына водитель таныҡлығынан тыш өсөнсө тапҡыр йөрөгән өсөн яуаплылыҡ индергән төҙәтмәләр: штраф 250 меңгә тиклем арта, водителгә шулай уҡ ике йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү янай, айырым осраҡтарҙа - автомобилде конфискациялау.

Фото: journal.tinkoff.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас