Шулай уҡ ауыл ерендә эшләгән педагогтарға, һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренә һәм башҡа категориялағы граждандарға торлаҡ һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә компенсация түләнә. Бынан тыш, «Почетлы донор» билдәһе менән бүләкләнгән граждандарға йыл һайын бирелә торған түләүҙәр ҙә ошо картаға күсерелә. Әлеге мәлдә «Мир» картаһына пенсия, хеҙмәт хаҡы, эшһеҙҙәр өсөн пособие, беренсе һәм икенсе бала тыуыуға бәйле түләүҙәр алырға мөмкин, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Ленара Иванова.
Фото: https://yandex.ru/