-7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Август 2022, 15:00

Юлдарҙа – яңы автобустар

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Башавтотранс” филиалдары етәкселәренә 37 “НеФаЗ” автобусы тапшырҙы.

Юлдарҙа – яңы автобустар
Юлдарҙа – яңы автобустар

105 кешегә иҫәпләнгән автобустар экологик газ-мотор яғыулығында эшләй. Улар Өфө маршруттарының айырыуса интенсив пассажирҙар ағымына сығып, Затон, Дим, Сипайлово, Инорс микрорайондарында йәшәүселәргә хеҙмәт күрһәтәсәк. Көҙгөһөн предприятие йәнә 33 яңы машина алырға иҫәп тота.

Башҡортостан Башлығы мәғлүмәти таблолар, кондиционер, ГЛОНАСС, видеокүҙәтеү системалары менән йыһазландырылған автобустарҙы ҡараны. Унда, шулай уҡ, мөмкинлеге сиклеләрҙең коляскаһы өсөн махсус урындар ҙа булдырылған.

Төбәк етәксеһе “Башавтотранс” предприятиеһы водителдәренә намыҫлы һәм фиҙаҡәр хеҙмәттәре, эштәге уңыштары, юғары һөнәри оҫталыҡтары өсөн Рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.

Фото: ufa.bezformata.com

Автор: Дилара Арсаева
Читайте нас