+13 °С
Облачно
Яңылыҡтар
2 Сентября 2022, 07:00

Дәрестәрҙә телефон тыйыла

Уҡыусыларға хәҙер дәрес ваҡытында кеҫә телефонын ҡулланыу тыйыла. Был хаҡта Рәсәй Мәғариф министры белдерҙе.

Дәрестәрҙә телефон тыйылаДәрестәрҙә телефон тыйыла
Дәрестәрҙә телефон тыйыла

Яңы уҡыу йылынан мәктәптә гаджеттарҙы файҙаланырға ярамай. Мәғариф министры Сергей Кравцов Бөтә Рәсәй ата-әсәләр йыйылышында ошо хаҡта белдерҙе.

«Әгәр балаларҙың ниндәйҙер һорауҙары булһа, шылтыратырға рөхсәт ителә. Яңы санитар ҡағиҙәләргә ярашлы, 1 сентябрҙән дәрестә кеҫә телефонын ҡулланыу тыйыла», – тине Кравцов.

Фото: gde-v-moskve.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас