Үкенескә күрә, уны ҡотҡарып өлгөрмәйҙәр, тип хәбәр итә Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте. Ағалы-һеңлеле һыу ятҡылығында ярҙан 15 метр алыҫлыҡта уйнап йөрөгән. Ҡапыл малай боҙ аҫтына китә, һеңлеһе уны ҡотҡарырға маташып ҡарай, ләкин булдыра алмай һәм ата-әсәһе артынан өйөнә йүгерә. Ваҡиға урынына килгән водолаздар һыуға батҡан малайҙың кәүҙәһен ике метр тәрәнлектә таба.
«Хөрмәтле ата-әсәләр! Бәләкәй балаларҙы яңғыҙ, ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ! Уларҙы һыу ятҡылыҡтарында уйнау ғүмер өсөн бик тә хәүефле булыуы тураһында иҫкәртегеҙ!» - тип иҫкәртәләр Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан.
Фото: Башинформ