

2022 йылда мөмкинлеге сиклеләргә, ветерандарға һәм башҡа категория граждандарға айлыҡ түләүҙәр фактик инфляция дәрәжәһе буйынса индексацияланасаҡ, тип хәбәр итте Хеҙмәт министрлығы башлығы президент менән балалы ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү буйынса кәңәшмәлә.
2023 йылда, индексациянан һуң, беренсе балаға әсәлек капиталының күләме 590 мең һумға, икенсе сабыйға 780 мең һумға ҡәҙәр артасаҡ. Әйткәндәй, әсәлек капиталы программаһы 2026 йылға тиклем оҙайтыла.
Фото: snn-mn.ru