0 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Яңылыҡтар
11 Ноября 2022, 06:00

Һаҡ булығыҙ юлдарҙа!

Башгидромет синоптиктары республикала йәшәүселәрҙе һауа шарттарының боҙолоуы хаҡында иҫкәртә. Бөгөн, 11 ноябрҙә, Башҡортостандың көнсығыш райондарында тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы фаразлана.

Һаҡ булығыҙ юлдарҙа!Һаҡ булығыҙ юлдарҙа!
Һаҡ булығыҙ юлдарҙа!

Юлдарҙа томан төшөүе һәм 500 метрҙан күреү мөмкинлегенең кәмеүе күҙәтелә.

Дөйөм алғанда, бөгөн республикала бер аҙ епшек ҡар һәм ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ 0, +5 градус.

Шәмбе, 12 ноябрҙә, йәнә ямғыр яуа, көнсығышта ҡар ҡатыш. Көнсығыш райондарҙа тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, боҙлауыҡ, юлдарҙа тайғаҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Термометр бағанаһы төндә -1, +4 градус, көндөҙ +1,+ 6.

Йәкшәмбе, 13 ноябрҙә, Көнсығыш райондарҙа йәнә шул уҡ хәл күҙәтелә.

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас