

Ваҡиға урынына тиҙ арала Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр ебәрелгән. Янғын һүндереүселәр килеп етеүгә йорттоң бер фатиры тулыһынса ут менән ялмап алынған булған. Янғынды һүндергән ваҡытта ете кешенең: ир менән ҡатындың, биш малайҙың мәйеттәре табылған. Табиптар уларҙың үлемен теркәгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ғаиләлә ете бала тәрбиәләнгән. Балаларҙың бөтәһе лә малайҙар булыуы билдәле. Икәүһенең ғүмерен ата-әсәһе нисектер ҡотҡарып ҡалған, улар әле дауаханала.
Янғын сәбәптәре асыҡлана, тәфтиш-оператив төркөм, һынау янғын лабораторияһы эксперты һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәүтикшереүсеһе эшләй.
Бик ҙур бәлә һәм ҡайғы. Һаҡ булайыҡ, бигерәк тә әлеге мәлдә йылытҡыс, мейес менән ҡулланғанда.
"Башинформ".