-15 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Ноябрь 2022, 10:33

Синоптиктар нимә ти?

Синоптиктар алдағы өс көнгә һауа торошон фаразланы. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 21 ноябрҙә, төбәктә аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә, урыны менән бер аҙ ҡар яуа.

Синоптиктар нимә ти?
Синоптиктар нимә ти?

Ел көнсығыштан, төньяҡ-көнсығыштан секундына 5-10 метр тиҙлектә иҫә. Һауа температураһы көндөҙ -5, -10 градус, урыны менән -15-кә тиклем.

Шишәмбе, 22 ноябрҙә, яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә -10, -15, урыны менән -20, -25 градус. Көндөҙ -6-11 градус һалҡын, республиканың көнсығышында -15-кә тиклем етәсәк.

Шаршамбы, 23 ноябрҙә, төндә яуым-төшөмһөҙ. Көндөҙ бер аҙ ҡар яуа. Ел көньяҡ-көнсығыштан, талғын. Һауа температураһы төндә -9, -14 градус, урыны менән 22 градус һалҡын. Көндөҙ -5, -10 градус.

Фото: dreamsofrussia.com

Автор: Дилара Арсаева
Читайте нас