+18 °С
Облачно
Яңылыҡтар
2 Декабря 2022, 08:00

Билдәле йырсы Радик Гәрәевтың улы вафат булды

Ошо көндәрҙә Өфө сәнғәт училищеһының концерт залы мөдире, администратор һәм уҡытыусы Эльдар Гәрәев ҡапыл вафат булды. Уға 36 ғына йәш ине

Билдәле йырсы Радик Гәрәевтың улы вафат булдыБилдәле йырсы Радик Гәрәевтың улы вафат булды
Билдәле йырсы Радик Гәрәевтың улы вафат булды

Ул  1996 йылда 40 йәшендә генә вафат булған Опера һәм балет театрының элекке директоры, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Гәрөевтың улы.

Хеҙмәттәштәре әйтеүенсә, Эльдар Радик улына инфаркт булған. “Ул бик яҡшы, мәрхәмәтле, асыҡ һәм зыялы кеше ине. Көтөлмәгән һәм ҡайғылы хәбәр. Уның 4 балаһы етем ҡалды”, – ти мәрхүмдең хеҙмәттәштәре.

Мәрхүмдең туғандары һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Фото: Башинформ

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас