+17 °С
Дождь
Яңылыҡтар
7 Декабря 2022, 09:00

Матур сараға килегеҙ!

14 декабрь көнө киске сәғәт алтыла (18.00) “Мега.Өфө” сауҙа үҙәгендә башҡорт теле көнө байрамына бағышланған концерт үтәсәк.

Матур сараға килегеҙ!Матур сараға килегеҙ!
Матур сараға килегеҙ!

Бер нисә сәғәткә “Мега” ҙур бер башҡорт әлифбаһына әүереләсәк, унда популяр артистар һәм музыканттар остаздар ролендә сығыш яһап,  баш ҡала халҡына һәм ҡунаҡтарына башҡорт хәрефтәрен һәм  һүҙҙәрен иҫкә төшөрөргә һәм өйрәнергә ярҙам итәсәк.

Программала  Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары: Азамат Тимеров, Римма Амангилдина, Сәйҙә Ильясова, Әлиә Исҡужина, Артур Шәрипов,  Дамир Таипов, “Тамыр” студияһы, Гөлшат Ғирфанова, Айтуған Айытҡолов, Ришат Рәхимов, ФЭСТ вокал төркөмө һәм башҡалар сығыш яһаясаҡ. Өс сәғәтлек концерт программаһында бүләктәр уйнатыу һәм интерактивтар, “Алтын башҡорт һуғышсылары” менән фотосессия, халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестры, “Зәйнетдин” этнопроекты, “Бишбармаҡ” оркестры сығыштары ҡаралған.

Фото: Башинформ

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас