

Министр грипп һәм киҫкен респиратор инфекцияларына бәйле эпидемиологик хәл ҡатмарлашҡан осраҡта мәктәптәрҙең санитар ҡағиҙәләргә һәм нормаларға ярашлы эш итергә тейешлеген иҫкә төшөрҙө. 2694-се пунктҡа ярашлы, балаларҙың 20 проценты һәм унан күберәге мәктәпкә килмәһә, белем биреү учреждениеһы етәксеһе уҡыу процесын туҡтатырға хоҡуҡлы.
«Закон буйынса мәктәптәр уҡыусыларҙы өйҙән уҡыуға күсерергә тейеш. Бындай ҡарарҙы мәктәп директоры ҡабул итә. Белем биреү ойошмаларына барлыҡ методик тәҡдимдәр еткерелгән», – тине ул.