+17 °С
Облачно
Яңылыҡтар
16 Декабря 2022, 05:00

2023 йылдың тематикаһы билдәләнде

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә 2023 йылдың тематикаһын тәҡдим итте.

2023 йылдың тематикаһы билдәләнде2023 йылдың тематикаһы билдәләнде
2023 йылдың тематикаһы билдәләнде

Киләһе йыл Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр  йылы буласаҡ. Әйткәндәй, республикала 2021 йылдан "Атайсал" проекты тормошҡа ашырыла башлағайны.  

"Һәр ҡайһыбыҙҙың тыуған ере, тәүге аҙымдарын баҫҡан, мәктәпте тамамлаған кесе ватаны бар. Мин ауылымда биш йыл йәшәнем. Кемдер - 10, 20 йыл, кемдер ғүмер буйы йәшәй. Кемдер - ауылда, кемдер ҡалала тыуған. Әммә мин беләм: һәр кемдең тамырҙары менән бәйләнеше, атайсал өсөн ниндәйҙер яҡшы эш башҡарыу теләге бар", - тине Радий Фәрит улы. Ул Республика Башлығы хакимиәтенә тейешле указды әҙерләргә ҡушты.

Шулай итеп, 2023 йылда Рәсәйҙә - Педагог һәм остаз йылы, республикала Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылы буласаҡ.

Фото: Башинформ

https://yanshishma.com/articles/maktap-sahnalary-oson/2022-12-15/bash-ortostanda-2023-yyldy-tematika-y-bild-l-nde-3073205

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас