

Баймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улы 1988 йылдың 27 октябрендә Белорет районының Абҙаҡ ауылында тыуған. 2014 йылдан – Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы, 2008 йылдан - Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Журналистар союздары ағзаһы.
«Ҡалдырма, әсәй!» китабы өсөн Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһына лайыҡ булды. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Айгиз Ғиззәт улын яңы вазифаһы менән ҡотлайбыҙ! Эшендә уңыштар теләйбеҙ!
Фото: ufa.bezformata.com