+12 °С
Облачно
Яңылыҡтар
19 Декабря 2022, 06:00

Төбәктә насар һауа шарттары һаҡлана

Һауа торошоноң киҫкен үҙгәреүе менән бәйле, Башҡортостандың ЮХДИИ башлығы Владимир Севастьянов республика халҡына юлдарҙа барлыҡ хәүефһеҙлек сараларын үтәргә,  мөмкин булһа, шәхси транспортты ҡулланыуҙан тыйылырға, йәмәғәт транспорты менән файҙаланыуҙы һораны.

Төбәктә насар һауа шарттары һаҡланаТөбәктә насар һауа шарттары һаҡлана
Төбәктә насар һауа шарттары һаҡлана

Сәфәрҙәрҙе уңайлыраҡ көндәргә күсереү яҡшыраҡ. Әгәр ҙә юлға сығырға бик кәрәк икән, автомобилдең техник яҡтан төҙөклөгөнә инанырға һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен һәм шәхси хәүефһеҙлек сараларын инҡар итмәү хаҡында әйтте.

Ял көндәре республикала боҙло ямғыр яуҙы. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн ҡар ҡатыш ямғыр, айырым райондарҙа ел секундына 15-20 метрға тиклем етәсәк, көсәйгәндә буран, боҙло ямғыр, боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, юлдарҙа көрт, тайғаҡ булыуы көтөлә. Айырым осорҙарҙа 500 метрҙан күреү мөмкинлеге кәмей.

Һаҡ булайыҡ, имен булайыҡ!

 

Фото: rus.bashgazet.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас