+17 °С
Облачно
Яңылыҡтар
20 Декабря 2022, 04:00

МРОТ Башҡортостанда – 17571 һум

Ил Башлығы Владимир Путин 2023 йылға хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен (МРОТ) 16 242 һум күләмендә билдәләгән законға ҡул ҡуйҙы. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

МРОТ Башҡортостанда – 17571 һумМРОТ Башҡортостанда – 17571 һум
МРОТ Башҡортостанда – 17571 һум

«2023 йылдың 1 ғинуарынан минималь эш хаҡы күләмен айына 16 242 һум күләмендә билдәләргә», - тиелә документта. Шулай итеп, 6,3 процентҡа үҫеү ҡаралған. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен ике тапҡыр арттырҙылар: 1 ғинуарҙан ул - 13 890 һумға тиклем, 1 июндән 15 279 һумға тиклем артты. Башҡортостанда иң түбән хеҙмәт хаҡы күләменең Урал коэффициентын иҫәпкә алғанда Башҡортостанда 17 571 һум.

Фото: profile.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас