+17 °С
Облачно
Яңылыҡтар
27 Декабря 2022, 08:00

Рәсәй вуздарында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың балалары өсөн квоталар индерелде

Дәүләт Думаһы депутаттары икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙа хәрбиҙәргә һәм уларҙың балаларына ярҙам күрһәтеү, вузға инергә йыйынған махсус хәрби операция геройҙары өсөн квоталар индереү тураһында закон ҡабул итте.

Рәсәй вуздарында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың балалары өсөн квоталар индерелдеРәсәй вуздарында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың балалары өсөн квоталар индерелде
Рәсәй вуздарында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың балалары өсөн квоталар индерелде

Төҙәтмәләр ҡабул ителгәндән һуң илебеҙ университеттарында ҡабул итеү кампанияһы сиктәрендә һөнәр әҙерләү йүнәлештәре буйынса 10% махсус квота булдырыла, шул рәүешле Рәсәй Геройҙары һәм өс Батырлыҡ ордены менән бүләкләнгәндәр вуздарға һынауһыҙ уҡырға инергә мөмкин.

Шулай уҡ закон менән хәрби хәрәкәттәр зонаһында йәрәхәтләнгән, ғәрипләнгән һәм контузия алған хәрбиҙәрҙең балаларын университетҡа өҫтөнлөклө рәүештә уҡырға алыуға 10% квота индерелә.

«Был Президенттың хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең балаларына ярҙам буйынса указы сиктәрендә әҙерләнгән бик мөһим сара булып тора», — тине Дәүләт Думаһының фән һәм юғары белем биреү комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Александр Мажуга.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2022-12-22/v-vuzah-rossii-vveli-kvoty-dlya-uchastnikov-svo-i-ih-detey-3082807

 
Автор:
Читайте нас