+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Ғинуар 2023, 13:00

Әлегә трасса ябыҡ

Бөгөн 2 ғинуарҙа, 10:40 сәғәттән алып һауа торошо шарттарын – һепертмәле күҙ асҡыһыҙ буран, күпләп ҡар яуыуын иҫәпкә алып, Өфө-Ырымбур Р240 федераль трассаһының (Булгаков тораҡ пункты) 27-се километрынан алып 112 киломтерына тиклем пассажир автобустары, маршрут таксиҙары, еңел таксиҙар, йөк машиналары өсөн ваҡытлыса хәрәкәт сикләүе индерелде.

Әлегә трасса ябыҡ
Әлегә трасса ябыҡ

Юлдағы хәрәкәт сикләүе яҡынса 16.00. сәғәттә тамамланыр тип көтөлә. Һауа шарттары үҙгәрмәгән хәлдә был ваҡыт оҙайтылырға ла мөмкин. Алыҫ юлға сыҡмауығыҙ һорала.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: