+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Ғинуар 2023, 17:00

Каникулдар оҙайтылды

Һыуыҡтар арҡаһында Башҡортостанда мәктәп каникулдары бер көнгә, 11 ғинуарға тиклем оҙайтылды. «Һауа температураһының түбәнәйеүенә бәйле белем биреү ойошмаларына уҡытыу процесын 12 ғинуарҙа башларға кәңәш ителде.

Каникулдар оҙайтылды
Каникулдар оҙайтылды

Мәктәптәр тышҡы һауа температураһы төрлө булғанда ла эшләй һәм көслө һыуыҡтар арҡаһында дәрестәргә йөрөмәй башлау тураһында ҡарарҙы һәр мәктәп үҙаллы ҡабул итә.  Шул уҡ ваҡытта ошо көндәрҙә мәктәп биналарында йылылыҡ режимын контролдә тотоуҙы ойошторорға кәрәк», – тип белдерҙе республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.

9 ғинуарҙан республиканың балалар баҡсалары штат режимында эшләй.

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы халыҡты  тағы ла көслөрәк һыуыҡтар тураһында иҫкәртте. 10 ғинуарҙа төндә һәм иртән республикала урыны менән көслө һыуыҡ көтөлә, термометр бағанаһы -40, -45 градусҡа тиклем төшәсәк. Шулай уҡ юлдарҙа 500 метрҙан күреү мөмкинлегенең кәмеүе менән томан төшөүе көтөлә.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: