-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Ғинуар 2023, 11:00

Ҡышҡы селлә үҙен күрһәтә

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы республика биләмәһендә 8 – 10 ғинуарҙа сатлама һыуыҡ буласаҡ, урыны менән төндә һәм иртәнсәк –40, –42 градусҡа тиклем етәсәк, тип фаразлауы дөрөҫкә сыҡты. 

Ҡышҡы селлә үҙен күрһәтә
Ҡышҡы селлә үҙен күрһәтә

Баш ҡалабыҙҙа ла бөгөн төндә абсолют минимум теркәлгән. Өфө-Дим метеостанцияһында 9 ғинуарға ҡарата төндә -39,1 градус күрһәткән. Ҡала уртаһындағы Өфө - ГМЦ-3 пунктында 33,4 градус һыуыҡ теркәлгән. Мәләүез метеостанцияһында -40,5, Туҡанда (Белорет районы) -40,4 градус. Райондарҙа һыуыҡлыҡ урыны менән -50-гә еткән.

Алдағы көндәрҙә лә ошондай һауа торошо көтөлә, шуға ла алдан һаҡланыу сараһын күрегеҙ, мейес, йылытыу ҡорамалдарын һаҡсыл, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәп ҡулланығыҙ, тип иҫкәртә яуаплы ведомстволар.

Фото: novyefoto.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: