+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Ғинуар 2023, 16:45

Беҙҙең һөйөклө Бабай, бәхил булығыҙ!

Бөгөнгө иртә беҙгә ҡайғы алып килде. Башҡорт халҡының арҙаҡлы аҡһаҡалы, Беренсе Президенты Мортаза Рәхимов, ысын донъяларға күсте...Иланым... Мин уны атайымдай итеп ярата инем. Ниндәйҙер бер әйтеп аңлатҡыһыҙ оло хөрмәт һәм һөйөү йәшәне күңелемдә. Күптәрҙә шулай булғандыр, тием...

Беҙҙең һөйөклө Бабай, бәхил булығыҙ!
Беҙҙең һөйөклө Бабай, бәхил булығыҙ!

"Мортаза бөгөн шунда йөрөй әле. Ә-әә... Мортаза шул яҡҡа юлға сыҡҡан икән... Ҡана, яндырығыҙ тилвизырҙы, Мортаза бөгөн ҡайҙа икән?" - тип, уның эшмәкәрлеге менән ҡыҙыҡһынып ултыра торғайны атайым да. Уны шулай маҡтап, хуплап, һоҡланып күҙәтте ауыл халҡы.

Халыҡ һөйөүе, ул, бушҡа ғына бирелмәй. Уны юҡ менән яулап булмай. Ул һатып та, ҡурҡытып та, алдап та алынмай. Халыҡ һөйөүе халыҡтың эскерһеҙ ышанысынан килә.

Бәхил булығыҙ, ил ағаһы! Беҙҙең һөйөклө Бабай. Йәнегеҙ йәннәтең түрендә булһын. Беҙҙең хәтерҙә мәңге йәшәрһегеҙ, ата-әсәйҙәр менән бер рәттән аяттар бағышларбыҙ.

💥Мәсетен төҙөп бөтә алмай китте. Йәл. Шул ҡомартҡы булып ҡалған "Әр-Рәхим" мәсетен әллә күмәк көс менән башҡарып ҡуябыҙмы? Беҙҙең милләт бер мәсетте генә тамамлап инә алмаймы ни? Хөрмәт, намыҫ йөҙөнөн, ә?!

💥Шамонино ауылының исемен дә, нигеҙ һалыусыһы булараҡ, Мортаза Рәхимов ауылы итеп үҙгәртергә була. Бабай мәрхүм быға лайыҡлы.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.

Автор:
Читайте нас: