+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Ғинуар 2023, 10:00

Башҡортостан журналистары Рәсәй Хөкүмәтенең киң мәғлүмәт саралары өлкәһендәге премияһына лайыҡ булды.

2022 йылда 15 киң мәғлүмәт сараһы вәкиле шәхси премияға лайыҡ булды. Бынан тыш, наградаларҙы социаль, патриотик һәм балалар-үҫмерҙәр йүнәлешендәге проекттарҙы үҫтереүсе 5 журналист коллективы аласаҡ

Башҡортостан журналистары Рәсәй Хөкүмәтенең киң мәғлүмәт саралары өлкәһендәге премияһына лайыҡ булды.
Башҡортостан журналистары Рәсәй Хөкүмәтенең киң мәғлүмәт саралары өлкәһендәге премияһына лайыҡ булды.

Киң мәғлүмәт саралары өлкәһендәге Хөкүмәт премияһы ижади һәм профессиональ ҡаҙаныштар өсөн киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренә һәм ижади коллективтарына бирелә. Һәр береһенең күләме 1 миллион һум тәшкил итә. "Аҡбуҙат" журналы коллективы ағзалары киң мәғлүмәт саралары өлкәһендәге Хөкүмәт премияларының "Башҡортостан медиашефлығы - Донбасс балалары" махсус проектын тормошҡа ашырғаны өсөн лайыҡ булды. Улар - баш мөхәррир Лариса Абдуллина, художество мөхәррире Майя Кәйүмова, яуаплы секретарь Миңлегөл Тайсина, рәссамдар Азамат Ғарипов һәм Ирина Әхмәҙуллина. Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ коллегаларыбыҙҙы.

Автор:
Читайте нас: