+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Ғинуар 2023, 14:55

Башҡортостан үҙенең батыр улы Фәнис Хөсәйенов менән бәхилләште

Бөгөн Тәтешле районының Үрге Тәтешле ауылында махсус хәрби операция зонаһында үҙ бурысын үтәгәндә һәләк булған кесе сержант Фәнис Хөсәйенов менән бәхилләштеләр. Ул «Барыҫ-17» ирекле батальонында хеҙмәт иткән.

Башҡортостан үҙенең батыр улы Фәнис Хөсәйенов менән бәхилләште
Башҡортостан үҙенең батыр улы Фәнис Хөсәйенов менән бәхилләште

Матәм сараһында  Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, район хакимиәте, хәрби комиссариат вәкилдәре, яугирҙең туғандары, яҡындары һәм дуҫтары ҡатнашты.

«Хөрмәтле Фәриҙә Мәғҙән ҡыҙы, туғандары һәм яҡындары, тәтешлеләр. Махсус хәрби операцияла меңәрләгән ир-егеттәребеҙ ҡатнаша, илебеҙҙе һаҡлай, ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Фәнис Хөсәйенов ирекле батальонға тәүгеләрҙән булып яҙылды, яуҙа яраланды, ҡыйыу һуғышты. Беҙ уның батырлығы тураһында беләбеҙ һәм бер ҡасан да онотмаҫбыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул һәләк булды. Хөрмәтле Фәриҙә Мәғҙән ҡыҙы, һеҙ бик яҡшы ул, ысын илһөйәр һәм яугир үҫтергәнһегеҙ. Ныҡлы вәғәҙә бирәм, исеме мәңгелеккә беҙҙең хәтерҙә ҡалыр, йәш быуынды уның өлгөһөндә тәрбиәләрбеҙ. Уның юлы еңелдән булманы, ләкин ул - ысын герой. Район хакимиәтенән Фәнис Хөсәйеновтың исемен мәңгеләштереү буйынса саралар күреүҙәрен һорайым. Тыныс йоҡла, герой, мәңгелек дан һиңә», — тине Радий Хәбиров.  

Башҡортостан Башлығы яугирҙең әсәһенә генерал Шайморатов орденын тапшырҙы. Фәнис Хөсәйенов хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн был орден менән үлгәндән һуң бүләкләнгәйне.

* * *

Фәнис Әҙип улы Хөсәйенов 1998 йылдың 14 майында Тәтешле районының Яңы Ҡайпан ауылында тыуған.

Беренсе кластан алып бишенсегә тиклем Яңы Ҡайпан башланғыс мәктәбендә уҡыған. Туғыҙынсы класты Пермь крайының 2-се Барҙа мәктәбендә тамамлаған. Тәтешле районының Бүл-Ҡайпан ауылында Башҡорт төньяҡ-көнбайыш ауыл хужалығы колледжын тамамлаған. 2016-2017 йылдарҙа Рәсәйҙең Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәт иткән.

2022 йылдың 26 июнендә махсус операцияла ҡатнашыу өсөн «Барыҫ-17» ирекле батальонына яҙылған. Сентябрҙә яраланыуы сәбәпле тыуған яғына ялға ҡайтып килгән. 28 сентябрҙә йәнә махсус хәрби операция зонаһына юлланған.

Кесе сержант Фәнис Хөсәйенов 2022 йылдың 20 декабрендә хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған.

Геройҙың өс йәшлек ҡыҙы ҡалған.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2023-01-17/bashkiriya-poproschalas-so-svoim-geroem-bezbashennym-fanisom-husainovym-3108253

Автор:
Читайте нас: