+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Ғинуар 2023, 10:00

Илдең ҡораллы көстәре иҫәбен арттырырға уйлайҙар

Рәсәйҙең ҡораллы көстәре иҫәбе 1,5 миллион хәрби хеҙмәткәргә тиклем арттырыласаҡ, тип хәбәр итте илдең оборона министры Сергей Шойгу. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был ҡарар Рәсәй президенты Владимир Путин тарафынан ҡабул ителгәйне.

Илдең ҡораллы көстәре иҫәбен арттырырға уйлайҙар
Илдең ҡораллы көстәре иҫәбен арттырырға уйлайҙар

Шойгу билдәләүенсә, армия компоненттарының төп структураларын көсәйтеү дәүләттең хәрби именлеген тәьмин итергә, шулай уҡ яңы субъекттарҙы һәм мөһим объекттарҙы һаҡларға мөмкинлек бирәсәк.

Һауа көстәре составын үҙгәртеү 2023-2026 йылдар дауамында алып барыласаҡ. Рәсәйҙең оборона министрлығы башлығы ике яңы төр-ара стратегик территориаль берекмәләр – Мәскәү һәм Ленинград хәрби округтарын, илдең яңы субъекттары биләмәләрендә үҙенән-үҙе етерлек ғәскәрҙәр төркөмдәрен ойошторорға ҡушты. Бынан тыш, Хәрби-Диңгеҙ флотының, Һауа-йыһан көстәренең һәм Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәренең хәрби составы көсәйтеләсәк, тип өҫтәнеләр ведомствола.

 

Автор:
Читайте нас: